Напоминание

Рәүеш. Рәүеш яһалышы.


Автор: Хамидуллина Флюра Рифовна
Должность: учитель башкирского языка и литературы
Учебное заведение: муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя оющеобразовательная школа №2
Населённый пункт: с.Раевский Альшеевского района Республики Башкортостан
Наименование материала: методическая разработка
Тема: Рәүеш. Рәүеш яһалышы.
Раздел: среднее образование





Назад





Тема
: Рәүеш. Рәүештәрҙең төрҙәре һәм яһалышы. (7 класс).
Маҡсат:
-һүҙ төркөмө булараҡ, рәүештәрҙең яһалышы, төрҙәре менән танышыу, дөрөҫ яҙыу, телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен аңлатыу, - ҡуйылған проблеманы эҙмә-эҙлекле сисеү; анализлау, сағыштырыу һөҙөмтәһендә һығымта яһарға өйрәтеү; -үҙенсәлекле телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләү, балаларҙа ижади хис тәрбиәләү.
I.

Ойоштороу моменты:
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Башҡорт теле дәресен бөгөн һеҙҙә мин алып барам. Минең исемем – Гүзәл Камил ҡыҙы. Мин 2-се һанлы урта мәктәбендә һеҙҙең кеүек аҡыллы, матур ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе башҡорт теле ғилеменә өйрәтәм.
II.


Һеҙгә минең мәктәбем уҡыусыһы Мырҙағәлиева Арина шиғыр юлдары аша сәләм ебәрҙе. Йәш шағирәнең сәләмдәрен алып, башҡорт телендә матур, дөрөҫ итеп һөйләшер өсөн бирелгән шиғырҙы уҡып үтәйек. Иртәләрем имен тыуһын, Кистәрем тыныс булһын, Күгем һәр саҡ яҡты торһон, Киләсәк өмөтлө булһын! Бөтә һүҙҙәр ҙә танышмы, уҡыусылар? – Эйе, таныш. Әйҙәгеҙ, хор менән уҡып сығайыҡ. Уҡыусылар, шиғырҙағы аҫтына һыҙылған һүҙҙәр ниндәй һорауҙарға яуап бирә? Улар ниндәй һүҙ төркөмдәренән килә? – Нисек? Ни рәүешле? Былар – рәүештәр. Ошондай теләктәр тормошҡа ашһын өсөн беҙ ниндәй маҡсаттар менән йәшәргә тейешбеҙ? Беҙ тәбиғәтте, Тыуған илде яҡларға, һаҡларға тейешбеҙ. Һеҙҙең һүҙҙәрегеҙҙе ҡеүәтләп, әйтәһем килә: 2017 йыл Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы, тип иғлан ителде. -Бөйөк аҡыл әйәһе, ҡытай философы Конфуций былай тигән: «Ауырлыҡты еңеү өсөн өс юл бар: беренсеһе, иң уңышлыһы – уйлау, фекерләү; икенсеһе, еңеле – кешегә оҡшатып эшләү; өсөнсөһө – әсе тәжрибә. Бөгөнгө дәресебеҙҙә ниндәй юлды һайларға уйлайһығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар? – Беҙ иң уңышлыһын – уйлау, фекерләү юлын һайлайбыҙ.
III.

Белемде актуалләштереү:
Ә хәҙер өс төркөмгә бүленәбеҙ, һәр төркөмгә айырым эш тәҡдим итәм. Карточкаларҙа үткән темалар буйынса эштәр бирелгән. Һеҙгә 3 минут ваҡыт
бирәм, һуңынан тикшерәбеҙ. 1 – се төркөм:
шәп, бөгөн, һуң, яҡын, иртә
рәүештәрен рус теленә тәржемә итергә. Шәп – быстро, бөгөн – сегодня, һуң – поздно, яҡын – близко, иртә – рано. 2 – се төркөм:
алыҫ, матур
рәүештәрен сағыштырыу дәрәжәһенә ҡуйып, һөйләм төҙөргә. – Алыҫ – алыҫыраҡ, матур – матурыраҡ. - Беҙҙең өй мәктәпкә тиклем һеҙҙекенән алыҫыраҡ урынлашҡан. Минең күлдәгем Лилиәнекенә ҡарағандә матурырыҡ тегелгән. 3 – сө төркөм: һүҙҙәрҙең антонимдарын табып, яуаптарҙы кроссвордҡа тултырырға. Бөгөн түгел …
иртәгә
. Яй түгел …
шәп
. Һыбай түгел …
йәйәү
. Хәҙер түгел …
элек
. Аҙаҡ түгел …
башта
.

и
р
т ә гә ш
ә
п й ә й ә
ү
э л
е
к б а
ш
т а Уҡыусылар, кроссвордта ниндәй һүҙ килеп сыҡты?
РӘҮЕШ.


- Һеҙ рәүештәр менән яҡшы танышһығыҙ, ал4ған белемдәрегеҙгә таянып һорауҙарға яуап бирегеҙ. 1) Рәүештәр ниндәй һорауҙарға яуап бирәләр? - Нисек? Ни рәүешле? 2) Ниндәй дәрәжәләре бар? - Сағыштырыу, арттырыу. 3) Һөйләмдә күбеһенсә ниндәй һөйләм киҫәге булып киләләр? - Күп осраҡта хәл булып киләләр. – Рәүеш тураһында тағы ниндәй мәғлүмәт биреп була? - Телмәрҙә улар өҫтәлмә мәғәнә бирә. Нисек? Ҡасан? Сағыштырыу дәрәжәһе Күпме? Ни тиклем? Артыҡлыҡ дәрәжәһе
Рәүеш
Күп осраҡта хәл Телмәрҙә улар булып киләләр өҫтәлмә мәғәнә бирә
IV. Мотивация. Проблема тыуҙырыу
.

-
Уҡыусылар, афариндар, һеҙ маҡтау һүҙҙәренә лайыҡһығыҙ. Һеҙҙең менән ошо эштәрҙе эшләгәндән һуң слайдҡа маҡтау һөйләмдәре яҙып ҡуйҙым. Иғтибар итегеҙ: йәйәләр эсендә рәүештәрҙең рус телендәге варианты бирелгән, уларҙы тәржемә итеп, дөрөҫ уҡырға кәрәк буласаҡ. - (Уҡыусылар дәрескә бөгөн (
хорошо
) әҙерләнгән.
Яҡшы.
) – Малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа (
по – башкирски
) һөйләшәләр.
Башҡортса.

-
Балалар яуапты
( быстро – быстро)
тапты.
Тиҙ – тиҙ.
Ошо һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ, уҡыусылар, улар нисек яһалған?
Яҡшы
һүҙенең ялғауы бармы? – Юҡ.Тимәк был һүҙ
тамырҙан
ғына тора.
Башҡортса
һүҙенең ялғауы бармы? – Бар
– сы
ялғауы ярҙамында яһалған.
Тиҙ – тиҙ
һүҙенең ялғауы бармы? – Юҡ, улар
ҡабатланып
килгән.

Эйе, уҡыусылар, рәүештәр ялғауҙар ярҙамында ла формалаша, тамырҙан ғына ла торорға мөмкин, ҡушма һүҙҙәргә лә әйләнә икән.

– Ә ни өсөн, уҡыусылар, беҙ рәүештәрҙе нисек яҙырға белмәй икеләнеп ҡалдыҡ?
(– Сөнки беҙ әле рәүештәрҙең яһалышын белмәйбеҙ).

-
Дөрөҫ. Тимәк беҙ бөгөнгө дәрестә алдыбыҙға ниндәй маҡсат ҡуябыҙ
?

(- Бөгөн дәрестә рәүештәрҙең яһалышын белергә тигән маҡсат ҡуябыҙ).
Дөрөҫ, тимәк рәүештәрҙең төрҙәрен, яһалышын үҙләштерергә тигән маҡсат ҡуябыҙ. Шулай уҡ, уларҙы телмәрҙә урынлы ҡулланырға өйрәнергә, дөрөҫ яҙыу күнекмәһе өҫтөндә эшләргә тейешбеҙ. Дәрестә берҙәм, тырышып эшләһәк, маҡсатыбыҙға ирешербеҙ тип ышанам.
V. Яңы материалды үҙләштереү буйынса балаларҙың эшмәкәрлеге.
- Уҡыусылар, беҙгә Ҡыш бабайҙан хаттар килгән. Иғтибар менән ҡарағыҙ әле, нимәгә оҡшаған был конверттар? - Был конверттар Башҡортостандың флагына оҡшаған. Уртаһында -Беҙҙең халҡыбыҙҙың символы –ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Ә быйыл беҙҙең Башҡортостаныбыҙ ниндәй байрамын үткәрә? Быйыл Башҡортостанға 100 йыл, юбилей байрамын үткәрә. - Бына минең ҡулда 3 хат, унда 3 рәткә лә эштәр бирелгән. Был хаттарҙың йәкмәткеһе тулыһынса аңлашылмай. Мәғәнә асыҡланһын өсөн, нөктәләр урынына кәрәкле рәүештәрҙе ҡуйып яҙырға кәрәк.
-
Әйҙәгеҙ, үҙ – ара ярыш үткәреп алайыҡ. Ҡайһы рәттә иң сос, иң тапҡыр, иң зирәк балалар ултыра икән? (Һеҙгә 2 минут ваҡыт бирелә).
-
1. Сәләм. Бына … һиңә хат яҙырға булдым. Минең … ваҡытым булманы. Йәкшәмбе көн … ҡайтып еттек. Автобусты … көттөк. Тик кәйефтәр … ине. Сөнки ҡалала … ял иттек. Беҙ, ҡыҙҙар, … уйламаҫбыҙ, … килеп етербеҙ.
Белешмә өсөн һүҙҙәр:
бөгөн, яҡшы, шәп, күп, кисә, һәйбәт, оҙаҡ, йәнә. 2. Үҙегеҙ беҙгә килеп китегеҙ - … йәшәүҙе күрерһегеҙ. Беҙҙең ауылда … күңелле була. Каникулды … үткәрмәйек. Тауҙан … сана шыуырбыҙ, урман ситендә … саңғыла йөрөрбөҙ. Мин һине … һөйләшергә өйрәтермен.
Белешмә өсөн һүҙҙәр:
ҡышын, ауылса, бушҡа, башҡортса, елдәй, рәхәтләнеп.
3. Үҙебеҙ тураһында яҙып китәйем. Ҡустым … ауырып тора. Урамда … йөрөгән. Дәрестән һуң … ҡайтып етте. Өй эшен … эшләне лә йоҡларға ятты. Бөгөн көнө буйы … йөрөнөм, шуға ла арыным. Тышта … итеп ҡар яуа. Ярай, хуш бул.
Белешмә өсөн һүҙҙәр:
бер аҙ, арлы – бирле, ялан баш, йым – йым, саҡ – саҡ, аяҡ өҫтө.


-
Эштәрҙе тикшерәбеҙ. Һәр- бер рәттән һеҙ һайлаған бер уҡыусы тулылындырылған хаттарҙы уҡый.
-
(Слайдта рәүештәрҙең төрҙәрен сағылдырған таблица күрһәтелә).
Тамыр Яһалма Ҡушма
бөгөн ауылса бер аҙ кисә ҡышын ялан баш һәйбәт бушҡа саҡ - саҡ оҙаҡ елдәй арлы - бирле шәп рәхәтләнеп аяҡ – өҫтө яҡшы башҡортса йым - йым йәнә
“Һорау – яуап” алымы:
- Уҡыусылар, һөйләмдәрҙә һүҙҙәр дөрөҫ ҡуйылғанмы? -
Эйе, дөрөҫ.

-
Хәҙер, уҡыусылар, беренсе бағаналағы һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ, улар нисек яһалғандар?
-

Беренсе бағанала бирелгән һүҙҙәр тамырҙан ғына тора, уларға бер

ниндәй ҙә ялғау ҡушылмаған.
- Тимәк улар ниндәй рәүештәр? -
Улар тамыр рәүештәр.

-
Икенсе бағаналағы һүҙҙәргә ҡарайбыҙ. Улар тураһында нимә әйтербеҙ, нисек яһалғандар?
-

Икенсе бағаналағы һүҙҙәр ялғау ярҙамында яһалғандар. Улар яһалма

рәүештәр була.

-
Һәм, өсөнсө бағаналағы һүҙҙәргә ҡарайбыҙ. Бында инде нимә тип әйтерһегеҙ?
-

Бында һүҙҙәр төрлөсә яһалған, «бер аҙ”, “ ялан баш” һүҙҙәре ике һүҙҙән

тора, улар айырым яҙылалар, ә “саҡ – саҡ”, “арлы – бирле”, “йым – йым”

тигән һүҙҙәр дефис аша яҙылалар, улар ҡабатланып киләләр.

-
Тимәк, уҡыусылар рәүештәр яһалышы буйынса ниндәй төрҙәргә бүленәләр?
– Рәүештәр яһалышы буйынса тамыр, яһалма, ҡушма булалар.
– Нисек яһалалар
? Тамыр рәүештәр тамырҙан ғына тора, яһалма рәүештәр

яһаусы ялғауҙар ярҙамында яһала, ҡушма рәүештәр ике һүҙҙән тора һәм

ҡабатлау юлы менән дә яһалалар.

-
Ҡабатлау юлы менән яһалған ҡушма рәүештәр нисек яҙылалар?
- Ҡабатлау юлы менән яһалған ҡушма рәүештәр дефис аша яҙылалар.
Ә, хәҙер, уҡыусылар, дәреслектән ҡағиҙәне уҡып сығабыҙ, беҙҙең һығымта дөрөҫ булдымы икән? 194 – се бит. ( бер уҡыусы уҡый).
VI, Ял минуты

Күҙҙәрҙе беҙ астыҡ, йомдоҡ, Баштарҙы бергә борҙоҡ, Ҡулдарҙы беҙ күтәрҙек, Бөйөргә лә таяндыҡ, Уңға боролдоҡ, һулға боролдоҡ, Уң аяҡта һикерҙек, Һул аяҡта һикерҙек, Ике аяҡта һикереп, Яҡшы итеп тын алып, Парта артына ултырҙыҡ.
VII. Үҙләштерелгән белемде практикала ҡулланыу, нығытыу.

1. Хәҙер дәреслектә бирелгән күнегеүҙе эшләйбеҙ.
53 – сө күнегеү. Ниндәй эш бирелгән, уҡып сыға ИСЕМЕ Түбәндәге һүҙҙәрҙән ҡушма рәүештәр яһарға, ҡылымдар алдына ҡуйып, һүҙбәйләнештәр төҙөргә. Сылбырлап тикшерәбеҙ. “
Микрофон”алымы:
Уҡыусыларға микрофонға оҡшатып яһалған әйбер (имитация) тотторола. Улар ошо микрофонды ҡулдан – ҡулға тапшырып, сылбырлап яуап бирәләр.
-

53-сө күнегеү

-
Арлы – бирле (яҙҙы) ; арымай – талмай (эшләне )– ; ауа – түнә (йүгерҙе ); яҙлы – көҙлө (килде) ; саҡ – маҡ (килеп етте); үтәнән – үтә күренә ; әленән – әле һәйләне; баш түбән (ята); илке – һалҡы (йөрөнө); аҙмы күпме (ярҙам итте); һирәк – мирәк (осраны); урыҡ – һурыҡ (ашаны); ирекле – ирекһеҙ (һөйләне); ара – тирә ( йөрөнө); үрле – ҡырлы (һикерҙе); быйыл килде, көскө – көскө (яуап бирҙе); ялан баш йөрөнө.
2. Хәҙер, уҡыусылар, вариатив парҙарҙа эшләп алайыҡ
. Ҡайһы пар етеҙерәк булыр икән? 1-се эш. Нөктәләр урынына ҡушма рәүештәр ҡуйып яҙығыҙ:
Мин эште ( ашыҡ – бошоҡ)… эшләмәйем. Ҡош балаһы (сип – сип)… сипылдап

алды. Айнур тышта (яланбаш)… йөрөнө.
2- се эш. Яһалма рәүештәрҙең ялғауын табығыҙ:
Аҡсалата, ҡышын, бергәләп,

яртылаш,

бушлай.
3- сө эш. Рәүештәр +ҡылым менән һүҙбәйләнештәр төҙөргә, рус теленә тәржемә итергә:
Алпан – толпан (атлай) – ходит неуклюже, яртылаш (эшләне) – сделал

наполовину), юрамал (көлдө) – нарочно смеялся, аңламаҫтан (ҡысҡырып

ебәрҙе)- закричал сам не

поняв.
4 – се эш. Бирелгән рәүештәрҙе төрлө дәрәжәләрҙә ҡуй:
Иртә (иртәрәк, бик иртә), матур (матурыраҡ, ныҡ матур), һәйбәт (һәйбәтерәк, бик


һәйбәт),һалҡын (һалҡыныраҡ, ныҡ һалҡын).
5-се эш. Рәүештәрҙе яһалышы буйынса төрҙәргә бүлеп яҙырға:
Шәп, боландай, баш түбән, берәм - һәрәм, ҡапыл, яҙын, күп, минеңсә, саҡ – саҡ

Тамыр:
шәп, ҡапыл, күп.
Яһалма:
боландай, минеңсә, яҙын.
Ҡушма:
баш түбән, берәм – һәрәм, саҡ – саҡ. Бер – берегеҙҙең эштәрен үҙегеҙ тикшерәһегеҙ һәм билдә ҡуяһығыҙ.
Индивидуаль эш (
2 уҡыусыға) 1)Мәҡәлдәрҙе дауам итеп яҙ, рәүештәрҙе билдәләү : Былтыр ҡыҫтырғанға, (быйыл ҡысҡырмайҙар). Ололарға кесе бул, (кеселәргә оло бул). Әкрен барған (тиҙ етер). 2) Түбәндәге һүҙҙәрҙән рәүештәр яһағыҙ:
Ҡыш - (ҡышын), кис -(кисен), әйбер - (әйберләтә), һеҙҙең- (һеҙҙеңсә), тере –

(тереләй), аҡса – (аҡсалата), балыҡ- (балыҡтай).

VIII. Белемде үҙләштереү кимәлен тикшереү.
Артабан, уҡыусылар, һеҙҙе бик яуаплы эш көтә. Слайдҡа ҡарайбыҙ: һеҙгә 3 кимәлдә эш тәҡдим итәм: ижади, уртаса, ябай.Үҙегеҙгә оҡшаған эш төрөн һайлап алаһығыҙ. Һорауҙарын яҙмайһығыҙ, яуаптарын ғына яҙығыҙ. Һуңынан эштәрҙе йыйып алам. Ижади Уртаса Ябай 1. Рәүештәр ниндәй һорауға яуап бирәләр? 1.Һөйләмдә рәүеште тап, аҫтына һыҙ.
Мин

бөгөн оҙаҡ

йоҡланым.
1. 1.Рәүештәрҙе тәржемә ит:
оҙаҡ - шәп –

кисә -

2.Матур
рәүешен сағыштырыу дәрәжәһенә ҡуйып яҙ. Апайым
матур…
йырлай. 2.Рәүештәрҙе артыҡлыҡ дәрәжәһенә ҡуйып яҙ:
матур –

ҡыҫҡа -
2.Рәүештең аҫтына һыҙ:
Спортсмен шәп йүгерә.
3.Ҡушма рәүеш яһа:
арлы - …

саҡ - …

аллы - …
3.Һөйләмдәрҙәге хаталарҙы төҙәт.
Беҙ бергә бергә

эшләйбеҙ. Ул минең сә

һөйләмәне.
3.Уҡтар ярҙамында һүҙбәйләнеш төҙө. Минеңсә һикерә Көндөҙ килә Үрле – ҡырлы эшләй
IX. Рефлексия.

-
Нисек уйлайһығыҙ, уҡыусылар, дәрес башында ниндәй маҡсат ҡуйылғайны? (рәүештәрҙең төрҙәрен, яһалышын үҙләштерергә)
-
ҡуйған маҡсатҡа ирештекме?
-
Рәүештәр ни өсөн төрлөсә яҙыла
? - Сөнки рәүештәрҙең төрлө төрҙәре бар
- Уларҙың ниндәй төрҙәре бар
? - Тамыр, яһалма, ҡушма.
- Ҡасан дефис аша яҙылалар?
- Парлау, ҡабатлау юлы менән яһалған

рәүештәр дефис аша яҙылалар.

-

Таҡтаға иғтибар итегеҙ

Ассоциатив рәт төҙөү:


Рәүеш
тигән һүҙҙе ишетеү менән һеҙҙең күҙ алдығыҙға нимә килә?
-

Рәүеш

-
Һорауҙары
-
Дәрәжәләре
-
Һөйләм киҫәге
-
Телмәрҙәге роле
-
Яһалышы
-
Уҡыусылар, һеҙҙең мәктәптә лә тырыш уҡыусылар уҡыйҙар икән. Һеҙҙең турала яҡшы тәъҫораттар ғына ҡалды минең күңелемдә. Минең һеҙгә бүләгем- бәләкәй генә блокноттар, ошо блокноттар һеҙгә шиғри хистәр , ә минең уҡыусымдың сәләме ижади һәләттәр уятыр.
-
Хөрмәтле уҡыусылар, дәрес булғас , баһа булырға тейеш, билдәләр әйтәһең. Иң тырышып яуап биреүсе ИСЕМЕ 5 – ле билдәһе ҡуям, афарин! Әҙерәк яңылышып китте
X. Өй эше биреү: өй эшен бирелгән эштәрҙең береһен һайлап алып эшләйһегеҙ.
-Тамыр, яһалма, ҡушма рәүештәрҙе ҡулланып ҡыш тураһында ҡыҫҡаса хикәйә төҙөп килергә. -Рәүештәр ҡулланып шиғыр яҙырға. - Һандарҙан яһалған рәүештәр менән мәҡәлдәр һайлап яҙырға.
Дәресебеҙҙе уҡыусымдың шиғыр юлдары менән тамамлап ҡуяйыҡ!
Әсә телен белгәндең Теле матур, бай булыр, Белмәгәндең белеме һәм Күңеле һай булыр.
Һау булығыҙ, уҡыусылар! Дәрес өсөн ҙур рәхмәт!



В раздел образования