Башҡортостан. Ябай һәм ҡушма һандар.
Автор: Шамсутдинова Эльвира ФлюровнаДолжность: учитель башкирского языка
Учебное заведение: МБОУ СОШ с. Крымский
Населённый пункт: РБ Альшеевский район
Наименование материала: конспект
Тема: Башҡортостан. Ябай һәм ҡушма һандар.
Раздел: среднее образование
Назад
Тема: Башкортостан. Ябай һәм ҡушма һандар.
Дәрес төрө
:
Яңы материалды өйрәнеү
Маҡсат :1. Һан һүҙ төркөмө тураһында мәғлүмәт биреү, ябай һәм ҡушма
һандарҙы айырырға өйрәтеү;
2. уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу,һөйләү күнекмәләрен һәм
телмәрен үҫтереү;
3. Башҡортостан тәбиғәтенә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Үҫтереүсе:
тема буйынса бәйләнешле телмәр күнекмәләрен үҫтереү, өйрәнгән
һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу;
һандар донъяһына ҡыҙыҡһыныу уятыу,уларҙың
кеше тормошондағы ролен асыҡлау
Көтөлгән
һөҙөмтәләр:
Предмет УУЭ һөҙөмтәләре : тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр
өйрәнеү, уларҙы айыра белеү һәм бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу.
Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре :
а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә
күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;
б) коммуникатив: темаға ҡарата бәйләнешле текст төҙөй белеү, үҙ-ара аралашыу,
төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү,уҡытыусы һәм тиндәштәре менән
аралашыуҙы ҡороу,үҙ фекеренде аныҡ һәм тулы еткереү,башҡаларҙың фекерен
тыңлай һәм ҡабул итә белеү.
Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре:
үҙаллылыҡ сифаттары үҫтереү, туғандарына,
дуҫтарына, класташтарына иғтибарлы, ихтирамлы булыу,
Йыһазландырыу : компьютер, проектор, экран, презентация,карточкалар.
Дәрес барышы:
1. Ойоштороу мәле .- Хәйерле көн балалар, һаумыһығыҙ !
-
Бер –берегеҙгә ҡарайыҡ, йылмаяйыҡ, һәр беребеҙгә яҡшы теләктә
ҡалайыҡ
Әйҙәгеҙ дәресебеҙҙе шундай шиғыр юлдары менән башлайыҡ .
Бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килгән, улар һеҙҙең нисек итеп актив ҡатнашып, матур,
тулы яуаптар биргәнегеҙҙе ҡарап, баһалап ултырасаҡтар.
!
2.Артикуляцион күнегеү.( 2,3 слайд )
Башҡорт телендә дөрөҫ
һөйләшер өсөн телдәрҙе шымартып алайыҡ әле.
Дәресте
Башҡортостан
тураһында
шиғыр
юлдарын
уҡыу
менән
башларға мөмкин. Мәҫәлән:
Башҡортостан - ҡурай иле, Башкортостан – родина курая
Башҡортостан - Урал ере, Башкортостан – земля Урала
Башҡортостан - ҡумыҙ теле, Башкортостан –язык кубыза
Башҡортостан - ҡымыҙ сере. Башкортостан –секрет кумыса.
Хор менән уҡыу .
Уҡытыусы. Балалар хәҙер слайдҡаҡарағыҙ , һеҙ нимә күрәһегеҙ?.эйе
,был һандар. Ә башҡорт халҡында ниндәй һандар йышыраҡ
ҡулланыла һуң? Өс,ете.
Ә мәҡәлдәрҙә ниндәй һандар ҡулланыла һуң? Бигерәк тә бер һәм ете күп
ҡулланыла, сѳнки бер-донъяның нигеҙе ныҡлығы билдәһе, ә ете һанын
башҡорттар изге лә, серле лә һан тип ҡабул иткәндәр
.
3.(4 слайд) цифралар
(5слайд)
1.Балалар йәйғорҙа нисә төҫ бар?Йәйғорҙа ете төҫ бар.
2.Ете һаны менән бәйле ниндәй йондоҙ бар?Етегән йондоҙо бар.
3Аҙнала нисә көн бар? Аҙнала ете көн бар.
4.Башҡортостанда нисә мөғжизә бар? Башҡортостанда ете мөғжизә бар.
5.Башҡортостанда нисә быуын бар? Башҡортостанда ете быуын бар.
6.Музыкала нисә нота бар? Музыкала ете нота бар.
7. Башҡорттарҙа нисә ырыу булған? Башҡорттарҙа ете ырыу бар. меңле,табын,
ҡыпсаҡ,үҫәргән,әй,тамъян,бөрйән.
Проблематик һорау . Балалар, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ.эйе
беҙ һандар тураһында теманы дауам итәбеҙ.Беҙ бөгөн ябай һәм ҡушма һандар
тураһында үтәбеҙ. Бөгөнгө датаны, теманы дәфтәргә яҙығыҙ.кем миңә 1-ҙән 10-
ға тиклем һанды әйтеп бирә.Хәҙер китапты асабыҙ һәм ҡағиҙәне уҡыйбыҙ 70-се
бит.
Ябай һандар –простые числа ,ҡушма һандар –сложные числа .
Беҙ текст уҡыйбыҙ. Ябай. һәм ҡушма һандарҙы табабыҙ. Иң алда һүҙлек эше
үткәрәбеҙ.
Хор менән уҡыйбыҙ.
4.Һүҙлек эше.(6 слайд ) Урынлашҡан-расположен
Майҙан-площадь
Милләт-национальность
Дәүләт –государство
Тәрәнлек-глубина
Оҙонлоҡ-длина
Был һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙығыҙ.
Башҡортостан тураһында һөйләшеүҙе дауам
итеп, киләһе тексты бергә уҡыйыҡ
5.Текст өҫтөндә эш. (7 слайд) Уҡыу. Сылбырлап уҡыу. Тәржемә эше.
Башҡортостан
Башҡортостан Республикаһы Урал тауҙарында урынлашҡан. Уның
майҙаны -143мең квадрат километр .11 октябрь - беҙҙең республиканың
тыуған көнө. Унда миллиондан ашыу кеше йәшәй. Баш ҡалаһы- Өфө.
Башҡортостанда 21 ҡала, 54 район бар, 100-ҙән ашыу милләт йәшәй.
Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдары: флаг,герб,гимн.
Дәүләт флагында 3 төҫ бар: күк, аҡ, йәшел.
Башҡортостанда иң ҙур йылға – Ағиҙел, оҙонлоғо 1430 километр, иң ҙур
күл Асылыкүл, майҙаны 23 квадрат километр,тәрәнлеге 5 метр.
270 төр ҡош, 80 төр йәнлек һәм 40 төр балыҡ бар.
6. Ял минуты. (8Слайд)
Уң ҡулда ла 5 бармаҡ,
Һул ҡулда ла 5 бармаҡ.
2 ҡулды бергә ҡуйһаң,
Булыр һиңә 10 бармаҡ.
7.Схема өҫтөндә эш (9 слайд)
Слайд. Сағыштырыу.Балалар хәҙер тағы тексҡа ихтибар итегеҙ.
Башҡортостан слайд (10 слайд)
Башҡортостан Республикаһы Урал тауҙарында урынлашҡан. Уның
майҙаны - йөҙ ҙә ҡырҡ өс мең квадрат километр . Ун бер енсе октябрь-
беҙҙең республиканың тыуған көнө . Унда миллион даң ашыу кеше йәшәй.
Баш ҡалаһы- Өфө. Башҡортостанда егерме бер ҡала, илле дүрт район бар,
йөҙҙән ашыу милләт йәшәй.
Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдары: флаг,герб,гимн.
Дәүләт флагында өс төҫ бар: күк, аҡ, йәшел.
Башҡортостанда иң ҙур йылға – Ағиҙел, оҙонлоғо бер мең дүрт йөҙ утыҙ
километр, иң ҙур күл Асылыкүл, майҙаны егерме өс квадрат
километр,тәрәнлеге биш метр.
Ике йөҙ етмеш төр ҡош, һикһән төр йәнлек һәм ҡырҡ төр балыҡ бар.
.
8.Карточка менән эш.
Бер йөҙ ҡырҡ өс мең
Ун бер
Дүрт миллион
ябай һандар
Илле дүрт
Егерме бер
Йөҙ
ҡушма һандар
Өс
Бер мең дүрт йөҙ утыҙ
Егерме өс
Биш
Ике йөҙ етмеш
Һикһән
Ҡырҡ.
8.Дәресте нығытыу.балалар тест һорауҙарына яуап яҙалар.
8.Рефлексия:
Ә хәҙер һәр кем дәресте нисек үҙләштергәне тураһында
рефлексия ярҙамында беләйек. Слайд ярҙамында һеҙҙең яуаптарҙы тикшерәбеҙ.
(11.Слайд.) проверка теста
Йомғаҡлау. Балалар, беҙ нимәләр белдек? Ябай һәм ҡушма һандар һәм
Башҡортостан республикаһы тураһында белдек
Өйгә эш: Ете һаны менән мәҡәлдәр табып ,дәфтәргә яҙып килергә.
Баһалау.
В раздел образования