Автор: Альшина Минслу Нуритдиновна
Должность: учитель башкирского языка и литературы
Учебное заведение: ГБОУ РИЛИ
Населённый пункт: город Уфа
Наименование материала: методическая разработка
Тема: Экологическое воспитание учащихся на основе башкирского народного эпоса "Урал батыр"
Раздел: среднее образование
9Г.Башкирская литература
План конспект
УРАЛ БАТЫР
Маҡсат:
Маҡсат :
1 . Башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы – “ Урал батыр “ эпосының
йөкмәткеһен менән, Урал Батыр эпосының яҙылыу тарихы менән
таныштырыу.Эпос һүҙенә аңлатма биреү
2 . Халыҡ ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу , ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү .
3. Уҡыусыларға Илгә, телгә, халыҡҡа ҡарата ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү, әхлаҡи
тәрбиә биреү .
Йыһазландырыу:дәреслек, М. Боранғолов портреты,
Видео,аудияҙма,презентация,тест һорауҙары, фишкалар.
-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
Һәр иртәбеҙ, көнөбөҙ, һәр дәресебеҙ ошо яғымлы һүҙҙән, сәләмләүҙән башлана.
Бөгөн дә бер-беребеҙгә сәләмәтлек теләп, ихлас йылмайыу бүләк итеп,
дәресебеҙҙе матур шиғыр менән башлап ебәрәйек.(слайд)
(ҡысҡырып бергә уҡыйбыҙ)
Афариндар! ә хәҙер инде презентацияға иғтибар.
(“Урал батыр һүҙҙәре ишетелә.)
Уҡыусылар, был кемден әйткән һүҙҙәре?(Урал батыр һуҙҙәре)
Ниндәй әҫәрҙән алнған был юлдар(Урал батыр эпосы)
Тимәк,беҙ һеҙҙең менән бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?(урал батыр
эпосы тураһында)
Эйэ афарин, Бөгөн беҙ һеҙҙең менән башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы,
ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел
ижадының һоҡланғыс өлгөһө Урал батыр эпосы менән танышып китәбеҙ.(слайд
Урал Батыр)
Дәфтәрҙәргә бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.
Урал батыр эпосы тураһында һеҙ нимәләр ишеткәнегеҙ бар?
Уҡыусылар,ә нисек уйлайһығыҙ,нимә икән ул эпос?
эйэ,афарин! эпос ул әҙәбиәттә иң ныҡ таралған һәм универсаль төр.
Уның ике төрлө мәғәнәһе бар:(слайдҡа сыға)
Һүрәтләү рәүешендәге объективлыҡҡа нигеҙләнгән жанрҙарҙаң барыһы бергә
әҙәбиәттең эпос төрөнә ҡарай.
Боронғо дәүерҙең ҡатмарлы ижтимағи күренештәрен сағылдырған шиғри жанр.
Ә һеҙ ниндәй башҡор эпостарын белаһегеҙ?(слайд)
Эйэ афарин!Ә урал батыр эпосы беҙҙең заманға нисек килеп еткән икән ул?
эйэ, дөрөҫөн әйткәндә, Урал батыр эпосын (слайдта портреты ) 1910 йылда
фольклорсы, драматург,Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов
Баймаҡ районында Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән яҙып ала.Һәм ошо яҙмалар
бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған.
Кем был эпосты уҡығаны,бәлким ятлағаны бар?Афарин!
Ә хәҙер уҡыусылар видеоға иғтибар..Иғтибар менән тынлайбыҙ, аҙаҡтан
һорауҙар бирәм.
Видео. Урал батыр эпосы тураһында мәғлүмәт.
Төркөмдә эш:Ә хәҙер мин һеҙгә тест һорауҙарын тапшырам. Ошо һорауҙарға
Һәр бер парта яуаптар әҙерләй. Ҡайһы төркөм беренсе яуапты табып, яуап бирә
уларға фишкалар таратабыҙ.
Һәм аҙаҡтан баһа ҡуябыҙ.
(Тест һорауҙарын таратам, үҙ аллы эшләйҙәр,тикшерәбеҙ бергәләп)
Ә хәҙер инде әйҙәгеҙ эпосты уҡырға күсәек. Асабыҙ 13 битте.
Эпосты рольдәргә бүлеп уҡыйыҡ.
Автор(беренсе парталағы ҡыҙ)
Йәнбирҙе ҡарт (Беренсе парталағы ҡыҙ)
Шүлгән(Минеүң яҡтағы эргәһендәге ҡыҙ)
Урал(минең яҡтағы ҡыҙ)
ҡоҙғон(икенсе парта урталағы ҡыҙ) Һомай(Икенсе партала урталағы ҡыҙ)
Уҡыйҙар.
Ә хәҙер инде һорауҙарға яуап бирәбеҙ(һорауҙар слайдтта сыға)
Афарин!
Шулай уҡ төркөмдә эш. Беренсе төркөм Уралға, икенсе төркөм Шүлгәнгә,
өсөнсө төркөм атаһы Йәнбирҙегә характеристика бирәбеҙ. Башланыҡ.Шулай уҡ
фишкалар бирәбеҙ.
Уҙ аллы эш. Аҙаҡтан уҡыйҙар.
Афариндар!
Рефлексия:
Тимәк. уҡыусылар. Бөгөн беҙ нимәләр белдек?(һәр береһе тороп яуап бирә)
Үҙебеҙ өсөн ниндәй аҡыл алдыҡ?
Кем ул Урал батыр?
Беҙгә бөгөн нимәләр оҡшаны/оҡшаманы?
Афарин!
Өйгә эш:
Икенсе дәрескә Урал батыр эпосынан өҙөк ятлап килергә.
Баһалау:
дәрес өсөн тфишкалар буйынса баһа ҡуям.
Ошоноң менән дәресебеҙ тамам! Һау булығыҙ!