Автор: Тукбаева Эльмира Рафисовна
Должность: учитель башкирского языка
Учебное заведение: МБОУ СОШ № 1
Населённый пункт: с. Федоровка Федоровский район Республика Башкортостан
Наименование материала: Статья
Тема: "Использование дидактических игр на уроке башкирского языка"
Раздел: среднее образование
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы
Муниципаль Федоровка район хакимиәтенең халыҡ мәғарифы идаралығы
Федоровка районы Федоровка ауылының
1-се урта дөйөм белем биреү
мәктәбе бюджет муниципаль мәғариф учреждениеһы
«Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен
үҫтереүҙең уңышлы формаһы булараҡ
дидактик уйындар»
Федоровка – 2017
Йөкмәткеһе
Инеш ................................................................................................3
Беренсе бүлек. Теоретик өлөш ......................................................7
Икенсе бүлек. Төп өлөш .................................................................11
Йомғаҡлау ........................................................................................20
Ҡулланылған әҙәбиәт ......................................................................21
Инеш
2
Педагогика фәнендә уҡытыу-тәрбиә процессы сифатын үҫтерергә булышлыҡ
итеүсе технологиялар күп. Уҡытыусының
бурысы – яңылыҡтар
ағымында
юғалып
ҡалмайынса, дөрөҫ йүнәлеш алыу, уҡытыуҙың
һәр
этабы
өсөн
уҡыу
материалын
үҙләштереүҙең иң уңышлы вариантын ҡулланып эшләү. Улар барыһы ла дөйөм бер
идеяға
–
тормошҡа
һәр
яҡтан
әҙерлекле,
камил,
үҙ
милләтенең
матди
һәм
рухи
байлыҡтарын
арттырыусы,
туған
халҡының
киләсәген
ҡайғыртыусы
зыялы
шәхес
тәрбиәләүгә йүнәлтелгән булырға тейеш, минеңсә. Рус мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт
балалары өсөн был бигерәк тә мөһим булып тора. Быға ирешеү өсөн үҙенсәлекле методик
алымдар,
юлдар,
ысулдар
ҡулланып
эшләргә
була.
Уйын
технологияһы,
проблемалы
уҡытыу, коммуникатив технология
һ.б. уҡыусыларҙың
эшмәкәрлеген активлаштырыу
һәм интенсивлаштырыуға нигеҙләнгән.
Теманың актуаллеге: уҡыусының шәхес булараҡ формалашыуында туған телдең
әһәмиәте ҙур. Аралашыу ҡоралы, тирә – яҡты танып белеү, белем биреү, халҡыбыҙҙың
рухи һәм мәҙәни хазиналары ярҙамында тәрбиәләүҙә нигеҙ булараҡ, тел мөһим
роль
уйнай. Башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыусы, дәртләндереүсе факторҙарҙың
береһе булып уйын технологияһы тора. Йәш үҙенсәлектәренән сығып, төрлө ауырлыҡтағы
уйын формаларын барлыҡ этаптарҙа ла ҡулланырға була. Түбәндәге эксперименталь
тәжрибә эшемдә мин 7-се класҡа туҡталырмын.
Проблеманың үҙләштерелеүе: балалар дәрестәрҙә үҙҙәрен асып бөтөрмәҫкә мөмкин,
ә төрлө уйындар ваҡытында быға шарттар тыуҙырыла. Балалар был ваҡытта үҙҙәрен
ҡыйыуыраҡ
тота
башлайҙар;
уларҙың,
беренсенән,
үҙ-үҙҙәренә,
икенсенән,
үҙҙәре
йәнәшәһендәге кешеләргә ышаныстары һәм аралашыу теләге
арта. Уйындар балаларҙа
етеҙлек, зирәклек сифаттары тәрбиәләй, ритмлы һүҙ, хәрәкәт, көй аша бала күңелендә ижад
хисе ҡабына.
Ҡаршылыҡтар, проблемалар: Бөгөнгө көндә рус мәктәптәрендәге башҡорт телен
өйрәнеүсе балалар араһында ҡатнаш ғаиләләрҙән булғандары ла байтаҡ. Был иһә, үҙ
сиратында, дәрестә туған телдә иркен аралашыуға ҡаршылыҡтар тыуҙыра. Шулай уҡ
уҡыусыларҙың
әҙәби
әҫәрҙәрҙе
бик
аҙ
уҡыуҙары,
ә
интернет
селтәренә,
киреһенсә,
ваҡыттарын артыҡ күп сарыф итеүҙәре туған телде өйрәнеүҙә ҡаршылыҡтар, проблемалар
тыуҙыра.
Тәжрибә эшенең темаһы:
“Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереүҙең уңышлы
формаһы булараҡ дидактик уйындар”.
3
Тикшереү объекты: башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә, кластан тыш сараларҙа
дидактик уйындарҙың һөйләү телмәрен үҫтереүгә йоғонтоһо.
Тикшереү предметы: дидактик уйындарҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә,
дәрестән тыш эшмәкәрлек ваҡытында ҡулланыуҙың педагогик талаптары.
Гипотеза: дидактик уйындар башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә, дәрестән тыш
эшмәкәрлек ваҡытында һөйләү телмәрен активлаштырыуҙа, үҫтереүҙә ҙур уңыштар бирә.
Шуларҙан сығып, теманы һайлағанда киләһе маҡсаттарҙы ҡуям: уҡытыу - тәрбиә
эшендә булған проблемаларҙы уңай хәл итеү, уңышҡа ирешеү, уҡыусыны уйларға, фекер
йөрөтөргә, уйлағанын әйтергә өйрәтеү.
Ҡуйған маҡсаттарға ирешергә түбәндәге бурыстар ярҙам итә:
-
Дидактик уйындар тураһында әҙәбиәт тупларға, уны өйрәнергә;
-
Һөйләү телмәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән метод-алымдарҙан файҙаланырға;
-
Дәрестәрҙә уҡыусыларҙың һәләттәрен иҫәпкә алырға һәм ижади яҡтан яҡын килергә.
Методтар: уйындар, проект методтары.
Методологик нигеҙ:
- аралашыу нигеҙендә өйрәтеү технологияһы;
- алға китеп уҡытыу технологияһы;
- уйын технологияһы;
- үҫешле белем биреү технологияһы;
- бергәләп хеҙмәттәшлек итеү технологияһы.
Яңыса
ҡараш,
теоретик
әһәмиәте:
Уҡыусы шәхесе үҫеше – белем биреүҙең
мәғәнәһе һәм маҡсаты, ә уларҙың активлығын стимуллаштырыу – төп бурысыбыҙ.
Мәғариф системаһындағы яңылыҡтарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа төп көс вазифаһын үтәү
өсөн яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттары төҙөлдө. Яңы стандарттарҙың төп
характеристикаһы: шәхес үҫешен тәъмин итеү, уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәрен
үҙләштереүҙәре артабан үҙ аллы белем алырға, шулар аша компетенцияларын үҫтерергә,
индивидуаль белем алыу траекторияһын ойошторорға мөмкинлектәр тыуҙыра. Башҡаса
әйткәндә, мәғариф системаһы баланы белемле итеү хаҡында ғына түгел, уға күнекмәләр
биреү, уны эшкә өйрәтеү тураһында ла ҡайғырта. Шул нигеҙҙә уҡыусының танып-белеү,
универсаль белем туплау эшсәнлегенән, мәғариф системаһының барлык дәрәжәләрендә
(республика, төбәк, айырым мәғариф учреждениеларында) эшмәкәрлектең һөҙөмтәләрен
интеграль баһалауҙан тора. Һөҙөмтәләргә талаптар шәхси, эшсәнлектең дөйөмләштерелгән
ысулдарын ( метапредмет) һәм фәнде өйрәнеү һөҙөмтәләрен үҙ эсенә ала.
Практик ҡулланыу әһәмиәте
Б а ш ҡ о р т теле
һәм
әҙәбиәте
дәрестәрендә
дидактик
уйындар
ҡулланыу
уҡыусыларҙың
уҡыу
һәм
һөйләү
телмәре
күнекмәләрен
үҫтереүгә
йүнәлтелә,
белем
алыуға,
уҡыуға
дәртләндерә,
ҡыҙыҡһыныу
уята.
Дәрестәрҙә
шулай
ук
проблемалы
4
ситуацияларҙан файҙаланыу ҙа мөһим. Уларҙы ҡулланыу ҡайһы бер алымдары: тел һәм
һөйләү материалын төрлө күҙаллауҙарҙан сығып аңлатыу; монолог йәки диалог төҙөгәндә,
ситуацияны конкретлаштырыу: дөрөҫләү, нигеҙләү маҡсатынан сығып, һорауҙар ҡуйыу;
ғәмәли
характерҙағы
проблемалы
эштәрҙе
үтәү,
тел
күренештәрен
сағыштырыу
һәм
дөйөмләштереү.
Көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә башҡорт телен аралашыу сараһы
булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аңлашыу һәм фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү; һүҙлек
байлығын арттырыу; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; төп уҡыу белемен һәм универсаль
уҡыу эшмәкәрлеген үҙләштереү.
Мәктәп шарттарында был метод менән эшләү коммуникатив күнекмәләрҙе барлыҡҡа
килтерә,
башҡорт
теленә
формаль
яҡын
килеүҙе
бөтөрә;
предмет-ара
бәйләнештәрҙе
тормошҡа ашырып, балаларҙың белемдәрен интеграциялай, танып белеү эшмәкәрлеген
арттыра, ижади күнекмәләрен үҫтерә.
Был методика шәхескә йүнәлтелгән, сөнки уҡытыусы ғәҙәти аралашыуға яҡыная
төшә, был осраҡта башҡорт теленә өйрәтеү яңы технологиялар талаптарына яуап бирә;
балаларҙың
аҡыл
эшмәкәрлеге
төрлө
яҡлап
үҫеш
ала,
сөнки
уйын
технологияһы,
үҙаллылыҡты, инициативлыкты һәм өйрәнелә торған предмет менән ҡыҙыҡһыныуҙы тағын
да арттыра.
Методик яҡтан дөрөҫ уйланылған уйын, бер яҡтан ҡарағанда, уҡыусыла өйрәнелә
торған телгә ҡарата мөхәббәт тәрбиәләй, һөйләү телмәре күнекмәләрен үҫтерергә булыша,
һөйләү телмәре эшсәнлеген тәбиғи нормаларға яҡынайта, икенсе яҡтан – тел материалы
өҫтөндә һығымталы эшкә ярҙам итә.
5
I
Теоретик өлөш
Беҙҙең
Фёдоровка
муниципаль
районы
“Башҡорт
теле
һәм
әҙәбиәте
уҡытыусыларының методик берләшмәһе” 15 уҡытыусыны туплай. Улар “Башҡорт теле
һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың коммуникатив, лингвистик компетенцияларын
формалаштырыу” тигән йүнәлештә эшләү барышында, телгә өйрәтеүҙә коммуникатив
методҡа өҫтөнлөк бирә. Коммуникатив нигеҙҙә башҡорт теленә өйрәтеү дөйөм дидактик
принциптарға
(фәннилек,
аңлылыҡ,
аңлайышлылыҡ,
системалылыҡ,
эҙмә-эҙлеклелек,
күргәҙмәлелек,
белемде
ныҡлы
үҙләштереү); психологик
принциптарға
(мотивация
булдырыу, уҡыусыларҙың шәхси – психологик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу); лингво –
методик
принциптарға
(коммуникативлыҡ,
комплекслылыҡ,
телгә
өйрәтеүҙе
ғәмәли
эшсәнлеккә йүнәлтеү, тел һәм һөйләү телмәре күренештәрен һайлауға функциональ яҡын
килеү
һәм
этаплап
өйрәтеү,
уҡыусыларҙың
туған
теле
үҙенсәлектәрен
иҫәпкә
алыу)
таянып ойошторола. Шунан сығып, һәр уҡытыусы уҡытыу маҡсаттарын, бурыстарын,
принциптарын, методтарын, эш алымдарын билдәләй.
Мин район үҙәгендә урынлашҡан рус мәктәбендә уҡыусы төрлө милләт балалары
менән эшләйем.
Рус мәктәбендә башҡорт теле дәрестәре уҡыусыларҙың һөйләү телен үҫтереүгә, йә иһә
уларҙың тыңлап аңлау, һөйләү һәм һөйләшеү, уҡыу, яҙыу һәм яҙма һөйләм күнекмәләрен
формаллаштырыуҙы
үз
эсенә
ала,
балаларҙа лингвистик
компетенция
булдырыуға
килтерә, сөнки улар өйрәнелә торған телдең фонетик, лексик, грамматик күренештәрен
ғәмәли
үҙләштереп,
һөйләмдә
ҡулланырға
күнегәләр.
Шулай
ук
уҡыусыларҙың
коммуникатив компетенцияһы үҫеш ала, сөнки башҡорт теле һөйләшеү – аңлашыу,
аралашыу сараһы булараҡ уҡытыла.
Дәрестәрҙә тел һәм һөйләм материалы аша балаларға башҡорт халкының тормош –
көнкүреше,
сәнғәте,
йолалары,
ғөрөф–ғәҙҙәттәре
тураһында
мәғлүмәт
еткереү
уларҙы
әхләҡ,
эстетик
яҡтан
тәрбиәләргә
ярҙам
итә,
доньяны
танып
белеү
мөмкинлектәрен
арттыра. Рус мәктәптәрендә башҡорт теленә өйрәтеүҙең бер үҙенсәлеге – балаларҙың телде
өйрәнеүгә әҙерлек кимәле төрлө булыу.
Был уңайҙан, уҡыусыларҙы бер нисә төркөмгә
бүлеп ҡарарға мөмкин:
6
“Башҡортса аңлаусы һәм һөйләшеүселәр”. Улар башҡорт телен яҡшы белә, сөнки
ғаиләлә лә туған телдә аралашалар.
1)
“Башҡортса аңлаусы, ләкин һөйләшмәүселәр”. Былары – ҡатнаш ғаиләләрҙән булған
балалар. Ата – әсәнең береһе генә башҡорт булғанлыҡтан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы,
ғөмүмән, ғаиләлә рус телендә, айырым осраҡтарҙа ғына, йәиһә ауылда саҡта туған
телдә һөйләшәләр.
2)
“Башҡортса аңламаусы һәм һөйләшмәүселәр”. Был төркөмгә ҡараған уҡыусылар
тәрбиәләнгән
ғаиләләрҙә
аралашыу
рус
телендә
ҡоролған.
Уҡыусылар
башҡорт
телен бик оҙаҡ уйлап, тәржемә аша ғына өйрәнәләр.
Педагогик эшмәкәрлек барышында мин үҙ алдыма шундай һорауҙар ҡуйҙым:
-
Уҡыусының туған телгә ҡарата булған ҡыҙыҡһыныуын, өйрәнеү теләген юғалтмау,
үҫтереү өсөн ни эшләргә?
-
Дәрестә ижади эҙләнеү атмосфераһын нисек булдырырға?
-
Белем алыуҙың ҡыҙыҡлы юлдары бармы?
Был һорауҙарға яуапты мин педогогик, психологик һәм методологик хеҙмәттәрҙән
таптым. Уйындар файҙаланыу уҡыусыны белем алыуға, уҡыуға дәртләндерә, унда фән
менән ҡыҙыҡһыныу уята. “Уйын бала тормошонда әһәмиәтле урын тота, - тип яҙа үҙенең
балаларҙы тәрбиәләү хаҡындағы лекцияларында А.С.Макаренко, - ҙурҙар өсөн эшсәнлек,
хеҙмәт, эш ни ҡәҙәр әһәмиәтле булһа, бала өсөн уйын да шулай.” Балалар уйыны, уның
сабый үҫешенә тәъҫире һәм роле тураһында психологтар Л.С.Выготский, А.А.Леонтьев,
Д.Б.Эльконин һәм башҡаларҙың хеҙмәттәре билдәле.
Дидактик уйындар
-
балаларҙы
уйланырға,
эҙләнергә,
фекер
тупларға,
берләштерергә,
күнекмәләрҙе,
ғәҙәттәрҙе
тормошта
ҡулланырға
өйрәтеүсе
һәм
тәрбиә
биреүсе көслө сараларҙың береһе.
Г.К.Селевко, үткәреү маҡсатынан сығып, уйындарҙы бер нисә төркөмгә бүлә:
- дидактик уйындар;
- тәрбиәүи уйындар;
- үҫтерешле уйындар;
- социаллаштырыусы уйындар.
Дидактик уйындарҙы уҡыусыларҙың белем дәрәжәһен, танып белеү эшсәнлеген
камиллаштырыу
өсөн
ҡулланабыҙ. Тәрбиәүи
уйындарҙы
әхләҡ
тәрбиәһе
биреү,
рухи
сифаттар, сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиәләү маҡсатынан үткәрәбеҙ.
Уҡыусыларҙың
һөйләү
телмәрен
үҫтереүҙә,
эҙлекле
фекер
йөрөтөү
һәләттәрен
формалаштырыуҙа үҫтерешле уйындар ярҙам итә. Уҡыусылар бигерәк тә уйындарҙы
ролләп
уйнарға
яраталар.
Рольле
уйындар
уҡыусыларҙың
коммуникатив
эшсәнлеген
активлаштыра, үҙ-ара ярҙамлашыу теләге тыуҙыра.
7
Башҡорт
теле
дәрестәрендәге
уйын
ситуациялары
яңы
тел
материалын
презентациялауҙа,
үтелгән
лексик
һәм
грамматик
материалды
нығытыу
һәм
активлаштырыуҙа айырым урын тота. Уның ҡыҙыклы элементтары уҡыусыларҙа аңлы,
тасуири уҡыу, текст, дәреслек менән эшләү күнекмәләре булдырыу өсөн бик кәрәкле,
һөҙөмтәле сара-алымдарҙың береһе булып тора. Уйын алымдарын, эш төрҙәрен төрлөсә
һайларға мөмкин. Ләкин һәр уйын ныҡлап уйланылған, һәр яҡлап эшкәртелгән булырға
тейеш.
Уйындарҙы ғәҙәттә бер нисә төркөмгә бүлеп йөрөтәләр:
1) әле өйрәнелмәгән башҡорт һүҙҙәрен үҙләштерергә ярҙам итеүсе уйындар;
2) өйрәнгән лексиканы нығытырға ярҙам итеүсе уйындар;
3) грамматик ҡағиҙәләрҙе ҡыҙыҡлы формала биреүсе уйындар;
4)
грамматик
формаларҙы,
һөйләмдә
һүҙҙәр
бәйләнешен
һәм
һөйләм
төҙөү
күнекмәләрен нығытырға ярҙам итеүсе уйындар.
Формалары буйынса улар телдән һәм яҙма уйындарға, өҫтәл һәм хәрәкәтле уйындарға
бүленәләр.
Дидактик уйындарҙың мәжбүри структур элементтары бар. Былар: 1) өйрәтеү һәм
тәрбиәүи маҡсаты; 2) уйын хәрәкәттәре; 3) уйын ҡағиҙәләре. Уйын ваҡытында балаларҙың
ниндәй
белемдәре
үҙләштерелергә,
нығытылырға
тейеш,
ниндәй
аҡыл
эшсәнлеге
үҫтерелергә
тейеш,
ниндәй
кешелек
сифаттары
формалаштырылырға
тейеш
бына
шуларҙан сығып уйындың дидактик маҡсатын билдәләргә була.
8
II
Төп өлөш
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә ҡағылышлы мөһим мәсьәләне хәл итеүгә
булышлыҡ
итеүсе
уңышлы
юлдарҙың
береһе
булып,
ысынлап
та,
башҡорт
теле
һәм
әҙәбиәте дәрестәрендә дидактик уйындар ҡулланыу торамы? Һорауыма яуап табыу бурысы
минең эксперименталь тәжрибә эшенә тотоноуыма сәбәпсе булды. Район башҡорт теле
һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берләшмәһе һайлаған йүнәлеш буйынса фәнни
хеҙмәттәрҙе өйрәнеү барышында туплаған мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп, мин, 2013 йылдан
“Уҡыусыларҙың
һөйләү
телмәрен
үҫтереүҙең
уңышлы
формаһы
булараҡ
дидактик
уйындар” тигән методик тема өҫтөндә эшләй башланым.
Эшем бер нисә этаптан тора:
-
1-се этап – тәжрибә эше үткәреләсәк кластарҙы билдәләү;
-
2-се этап – был класҡа дөйөм характеристика биреү;
-
3-сө этап – дидактик уйындар тураһында әҙәбиәт туплау, уны өйрәнеү;
-
4-се этап – һөйләү телмәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән метод – алымдарҙан
файҙаланыу;
-
5-се этап – дәрестәрҙә уҡыусыларҙың һәләттәрен иҫәпкә алыу һәм ижади яҡтан яҡын
килеү;
-
6-сы этап – был методтың эффективлығын асыҡлаусы контроль тикшереү
эштәре үткәреү;
-
7-се этап – һығымталар яһау.
Беренсе сиратта тәжрибә үткәреләсәк класты билдәләнем. 7-се класта 10 уҡыусы.
Шуларҙың 4 – беренсе, 4 – икенсе, 2 – өсөнсө төркөмгә ҡарай.
Беренсе төркөмгә кергән балалар:
-
Аралашыуҙа
ҡатнашыусыларҙың
телмәрен
тыңлап
аңлай
һәм
үҙ
фекерҙәрен
аңлайышлы белдерә ала;
-
Текстты тыңлап, уның төп йәки тулы йөкмәткеһен башҡортса йәки русса хәбәр итә
беләләр;
-
Һөйләшеү
барышында
үҙ
фекерҙәрен
дәлилләй,
иҫбатлай
белә
һәм
әңгәмәләшеүсеһенә асыҡ һорауҙар бирә алалар;
-
Бирелгән темаға монологик текст төҙөп һөйләй алалар;
-
Шиғырҙарҙы яттан һөйләйҙәр.
Икенсе төркөмдәге уҡыусылар:
9
-
Аралашыуҙа
ҡатнашыусыларҙың
телмәрен
тыңлап
аңлай,
ләкин
үҙ
фекерҙәрен
аңлайышлы белдереүҙә ҡыйынлыҡтар бар;
-
Текстты тыңлап, уның төп йәки тулы йөкмәткеһен русса хәбәр итә беләләр;
-
Һөйләшеү барышында үҙ фекерҙәрен дәлилләй, иҫбатлай һәм әңгәмәләшеүсеһенә
асыҡ һорауҙар бирә алыу кимәле түбән ;
-
Бирелгән темаға монологик текст төҙөп һөйләү барышында ҡыйынлыҡтар бар;
-
Шиғырҙы яттан ауырлыҡ менән һөйләйҙәр.
Өсөнсө төркөм уҡыусылары:
-
Аралашыуҙа ҡатнашыусыларҙың телмәрен тәржемә ярҙамында аңлайҙар, ләкин үҙ
фекерҙәрен аңлайышлы белдерә алмайҙар;
-
Текстты
тыңлап,
уның
төп
йәки
тулы
йөкмәткеһен
хәбәр
итә
белеүҙә
мөмкинселектәре түбән;
-
Һөйләшеү барышында үҙ фекерҙәрен дәлилләй, иҫбатлай һәм әңгәмәләшеүсеһенә
асыҡ һорауҙар бирә алыу кимәле бик түбән ;
-
Бирелгән темаға монологик текст төҙөп һөйләү барышында ҙур ҡыйынлыҡтар бар;
-
Бик аҙ күләмле шиғырҙарҙы ғына яттан һөйләйҙәр.
Шундай ҡатнаш төркөмдәрҙән торған уҡыусылар менән эште ойошторған ваҡытта,
һәр уҡыусының мөмкинселектәрен, һәләтенә тура килерҙәй эште башҡарыуын күҙ
уңында тотам.
Уйындарҙы ойоштороу һәм үткәреү үҙенсәлектәрен дә иҫәпкә алып эшләйем:
1)
Уйын дидактика күҙлегенән сығып, уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен
иҫәпкә алып төҙөлөргә, көс етерлек булырға, ҡатнашыусылар тарафынан
үтәлерлек булырға тейеш.
2) Телде өйрәнергә ынтылыш булдырыу өсөн, уйын ҡыҙыҡлы ла булырға тейеш.
3) Уйын барышында дуҫтарса мөнәсәбәт, үҙ-ара ярҙамлашыу атмосфераһы, танып-белеү
шатлығы һәм һуңғы һөҙөмтә ҡыуанысы булыу мөһим.
Дидактик уйындар менән етәкселек итеү 3 төрлө йүнәлештә алып барыла: уйынға
әҙерлек, уйынды үткәреү һәм рефлексия. Уйынды башлағансы, балаларҙа уйнау теләге,
ҡыҙыҡһындырыу
тыуҙырырға
кәрәк.
Быға
төрлө
алымдар
менән,
мәҫәлән,
йомаҡтар,
һанамыштар, сюрприздар ҡулланып ирешергә була.
Дидактик уйындар аша бала күп яңы информация ала. Аҙ әҙерлекле, актив булмаған
балалар башта уйынды ситтән генә күҙәтәләр “болельщик” ролендә булалар, аҙаҡ уйынға
ҡатнашып китәләр. Уйындарҙа ярыш элементтарын керетеү ҙә әһәмиәтле. Мәҫәлән, “кем
күберәк һүҙ әйтә”, “кем беренсе” уйындары һ.б. Уларға йомғаҡ яһаған ваҡытта айырыуса
иғтибарлы, ғәҙел булырға кәрәк. Был осраҡта еңеүсене билдәләгәндә фишкалар ҡулланыу
бик уңайлы.
Фонетик күнекмәләрҙе үҫтереү өсөн эштәр.
Өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеүҙә фонетик уйындар эффектив, сөнки баланың иғтибары
ҡыҫҡа
ваҡытлы
һәм
төрлө
эш
алымдарын
алыштырып
тороу
ғына
уҡыусының
10
ҡыҙыҡһыныуын арттыра ала. Өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеүҙе мин башҡорт теленең
үҙенсәлекле өндәренә яһалған лексик-фонетик биттәрҙән һәм шунда яһалған ҡыҙыҡлы
ситуациянан башлайым. Миҫал өсөн [ә] өнө кергән һүҙҙәр күрһәтәм
(кәзә, әтәс, үлән,
сәскә, әфлисун).
-
Кәзә баҡсаға кергән, унда әтәс, үлән, сәскә, әфлисун күргән. Был
нимә-ә-ә?
Айырым-айырым әйтеп сығалар.
Фонетик күнегеүҙәрҙе мин һәр ваҡыт үҙгәртеп, темаға яҡынайтып бирергә тырышам.
Лексик-фонетик биттәр менән тиҙ генә эшләп алғандан һуң, дәрес темаһына яҡын булған
һанамыш, тиҙәйткес, тел шымартҡыс,ҡыҫҡа шиғырҙар алам.
“Һүҙ уйлау”.
Был уйын башҡорт теленә генә хас булған өндәрҙе өйрәнгәндә уйнала.
Мәҫәлән, [ә] өнөнә башланған йәки шул өн булған һүҙҙәрҙе кем күберәк әйтер.
“Әйтеп бөтөр” уйынын фонетик зарядка үткәреү өсөн ҡулланырға була.
Дә-дә-дә - һөйләшәм башҡорт телендә.
Дә-дә-дә - яҙам башҡорт телендә.
Ға-ға-ға - ҡаҙҙар китте йылғаға.
Дәрестәрҙә
өндәрҙе
дөрөҫ
әйтергә
өйрәткәндә
төҫлө
моделдәр
ҡулланыу
отошло.
Һуҙынҡылар ҡыҙыл, ә тартынҡылар зәңгәр түңәрәк менән билдәләнә. Төҫтәргә ҡарап,
өндәрҙе дөрөҫ итеп әйтәләр. Был символдарҙы белем һәм күнекмәләрҙе нығытыу
маҡсатында
төрлөсә
ҡулланырға
була.
Мәҫәлән, «Өндәрҙең
өйөн
тап!»
тигән
дидактик уйында һуҙынҡылар ҡыҙыл өйгә, тартынҡылар –зәңгәргә йыйыла. Өндәр
моделен ҡулланыу фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү һәм һүҙҙәге өндәрҙең эҙмә-
эҙлелеген билдәләүҙә ҙур роль уйнай.
“Дөрөҫ әйт”. Фонетик уйындар ҡулланғанда, интонация менән эшләүҙе лә күҙ алдында
тотам. Мәҫәлән, бирелгән һөйләмде төрлө тауыш менән әйтеп ҡарағыҙ:
Дәрес бөттө ...
Лексик уйындар
Һөйләм телмәрен үҫтереүгә һәм һүҙ байлығын арттырыуға ярҙам итеүсе лексик –
фразеологик
уйындар ҙа күп төрлө: “Тәржемәсе”, “Һүҙҙе алмаштыр”, “Фразеологизмды
дауам ит”, “Антоним /синонимдарҙы тап”, “Кем күберәк”, “Бер һүҙ менән генә белдер” һ.б.
Мәҫәлән,
“Тәржемәсе”
уйынында
уҡыусыларға
һөйләмдең
мәғәнәһен
үҙгәртмәйенсә,
бөтөн һүҙ төркөмдәрен синонимдары менән алмаштырырга тейеш: Һаҡсы ямғырҙан өй
ҡыйығы аҫтында ышыҡланды. (Ҡарауылсы яуымдан йорт түбәһе аҫтына ҡасты.)
“Бер
һүҙ
менән
генә
белдер”
лексик
уйыны
конкрет
төшөнсәне
белдереүсе
һүҙҙең
мәғәнәнәһенә аңлатма биреүҙе күҙ уңында тота.
11
Бер төрлө предметтар йыйылмаһы – коллекция.
Коллектив менән ҡайҙалыр барыу, нимәлер күреү – экскурсия.
“Хайуандар
һәм
ҡоштар
ҡайҙа
йәшәй?”
Был
уйын ҡырағай һәм йорт
хайуандарының,
ҡоштарҙың
исемдәрен
иҫтә
ҡалдырыу
өсөн
уйнала.
Балалар
алдына
һүрәттәр эленә. Уҡытыусы һөйләшеү өлгөләре буйынса һорауҙар бирә.Уҡыусылар хайуан
йәки ҡоштарҙың ҡайҙа йәшәүе тураһында хәбәр итәләр. Мәҫәлән: Ҡуян ҡайҙа йәшәй? –
Ҡуян урманда йәшәй. Өйрәк ҡайҙа йәшәй? – Өйрәк ауылда йәшәй.
“Һүҙ яҙ”. Ике ижектә лә “ Ө “ , йәки “ О “ хәрефе булған һүҙҙәр яҙ (төтөн, көмөш,
йөҙөк, мөгөҙ, болот, офоҡ, ойоҡ ...)
Сифат
темаһын өйрәнгәндә, «Мин
башлайым, һин
дауам
ит» уйынын
уйнарға
мөмкин.
Уҡытыусы төрлө рәсемдәр күрһәтә, уҡыусылар ниндәй икәнен асыҡлай.
Мәҫәлән: ҡыяр һүрәте.
Уҡыусылар: йәшел, ҙур, тоҙло, тәмле, әсе.
Уҡытыусы: алма.
Уҡыусылар: ҡыҙыл, һары, һутлы, шәрбәтле, тәмле.
“Кем күберәк һүҙ белә?” Таҡтаға бер оҙон һүҙ яҙып ҡуйыла (көнбағыш, көнсығыш,
батырсылыҡ, тантана, Башҡортостан һ.б.). Уҡыусылар шул һүҙҙә булған хәрефтәрҙән
булдыра алғансы яңы һүҙҙәр яҙырға тейеш. Бирелгән ваҡыттан һуң иң күп һүҙ яҙыусылар
билдәләнә. Тора -бара эш ҡатмарлана. Исемдәр генә, бер йәки ике ижекле һүҙҙәр генә һ.б.
Уйын уҡыусыларҙың етеҙлеген арттыра, хәтерен яҡшырта, һөйләү телмәрен байыта.
“Өсөнсөһө артыҡ”. Балаларҙа һүҙҙәрҙең уртаҡ билгеләрен табып, дөйөмләштереү
һәләтен үҫтереүгә ярҙам итә.
-
көҙ, ҡыш, дүшәмбе
-
тауыҡ, ҡаҙ, һайыҫҡан
-
ҡабаҡ, ҡыяр, алма һ.б.
Грамматик уйындар
12
“Ҡар өйөмө уйыны”. Билдәле бер грамматик форманы үҙ эсенә алған һөйләмде бер
уҡыусы әйтә, икенсеһе шул һөйләмде ҡабатлай һәм үҙенекен өҫтәй, өсөнсө уҡыусы алдағы
ике һөйләмде ҡабатлап, үҙенекен өҫтәй.
“Корректор уйыны”. Текстағы хаталарҙы табыу.
“Кем тиҙерәк?” Һәр бер уҡыусыға айырым һүҙҙәр яҙылған бер нисә карточка
таратыла. Шуларҙан иң тиҙ һөйләм төҙөүсе еңеүсе була.
“Һүҙҙәр сылбыры” уйыны. Мәҫәлән, КӨҘ, ҘУР, РУЧКА, АЛМА…
Хәҙер ошо һүҙҙәрҙән һөйләмдәр, хикәйә төҙөйөк.
Һандарҙан һүҙҙәр төҙөү.
6Н – алтын 5ЕК – бишек
К3 – көс 100 Өк– йөҙөк
Т10 – тун Б6 – балтырған
“Хаталы диалог” . Башҡортса һөйләшергә әле өйрәнеп кенә килә торған кеше һеҙгә
үҙе яҙған диалогтың дөрөҫлөгөн тикшерергә бирҙе. Ул диалогтағы репликаларҙың
тәртибен бутап яҙған. Һеҙ уға диалогты тәртипкә килтереп бирегеҙ.
Уҡыусыларҙың белем, оҫталыҡ, эш күнекмәләрен булдырыу һәм үҫтереү маҡсатынан
һанамыштар,
тиҙәйткестәр,
йырҙар,
шиғырҙар,
йомаҡтар,
башватҡыстар,
мәҡәл
һәм
әйтемдәр ҙә башҡортса һөйләшергә өйрәтеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булып тора.
“Бәшмәк йыйыу”
уйынын хәбәр һөйкәлешенең замандарын өйрәнгәндә ҡулланыу
отошло. Кәрзиндәргә хәбәр һөйкәлешенең замандары яҙыла. “Бәшмәк”тәрҙең артына төрлө
замандағы ҡылымдар яҙылған. Уҡыусылар “Бәшмәк”тәрҙе тейешле кәрзиндәргә һалырға
тейештәр.
“Тылсымсы” уйыны. Уҡыусыларға конверттар таратыла. Ә унда – һүҙҙәр. Шуларҙан
дөрөҫ итеп һөйләмдәр, текст төҙөү. Темалар төрлө булырға мөмкин. Карточкала һөйләм
башындагы һүҙ ҡалын хәреф менән күрһәтелә, һөйләм аҙағындағы һүҙ артынан тыныш
билдәһе ҡуйылған була. Баштараҡ ябай текст бирелһә, һуңынан ауырыраҡ тексттар бирелә.
Уҡыусылар үҙҙәре лә бер-береһенә карточкалар төҙөп алып киләләр
.
13
Балаларҙың ишетеп аңлау күнекмәләрен үҫтереү өсөн йомаҡтар ҡулланам. Уларҙың
яуабын
эҙләү – үҙенән-үҙе ҡыҙыҡлы шөғөл, һәм ул балаларҙың аҡыл һәләтен үҫтерә.
Ғөмүмән, йомаҡтар балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, уларҙы тапҡырлыҡҡа, зирәклеккә,
предметтарҙың үҙенсәлектәрен күрә белергә өйрәтә.
Дәрестәрҙә, шулай уҡ кластан тыш саралар составында кроссвордтар бик йыш
ҡулланыла
торған
сара
булып
тора.
Дәрестәрҙә
булһынмы,
кластан
тыш
эштәр
составындамы кроссвордтар бер төрлөлөктән ҡотолоу сараһы булып тора, уларҙы “уятып”
ебәрә, ҡыҙыҡһыныусанлыҡтарын арттыра, белемдәрен байыта. Кроссвордтарҙы
төрлө
тема буйынса төҙөргә мөмкин. Мәҫәлән, дәрестә билдәле бер теманы өйрәнгәндә шул тема
буйынса (грамматик теорияны үҙ эсенә алған; лексик минимумды үҙ эсенә алған).
Уҡыусыларҙың бай фантазияларын үҫтереү өсөн дәрестәрҙә әкиәт геройҙарын да
ҡулланам.
Безҙең
һәр
дәрескә
берәр
әкиәт
геройы
килә.
Мәсәлән:
Урал
батыр,
Әминбәк,Ҡамыр
батыр,
Белмәҫйән.
Белмәҫйән
килгәндә
ул
нимәнелер
бутаған
була.
Балалар алдында
беренсе ауырлыҡ тыуҙырыла. Дәүләт стандарттарында ла балалар
алдында ауырлыҡ тыуҙырылырға тейеш, ә балалар сығыу юлдарын эҙләргә, үҙ фекерҙәрен
әйтергә тейештәр.
Һүҙ байлығын арттырыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өсөн алдатҡыс әкиәттәр ҙә
биреү отошло. Балалар уларҙы тиҙ отоп алалар һәм үҙҙәре лә яратып һөйләйҙәр. Ундай
әкиәттәрҙе уҡыусыларҙың үҙҙәре уйлап табыу ярыштарын да ойошторорға була.
Кластан тыш сараларҙа дидактик уйындар
Бөгөнгө көн шарттарында халыҡтың мәҙәниәтен һаҡлау менән бер рәттән, уны
байытыу, ижади үҫтереү эшен дә алып барырға кәрәк. Беҙҙең мәктәптә балаларҙы төрлө
яҡлап тәрбиәләүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Иң юғары маҡсатыбыҙ булып, йәш быуынды
халҡыбыҙҙың рухи һәм мәҙәни хазиналары нигеҙендә тәрбиәләү эшен дөрөҫ һәм һөҙөмтәле
итеп ойоштороу тора.
Уҡыусыларҙы тормош-көнкүреште дөрөҫ баһаларға, төрлө юлдар менән алынған
мәғлүмәтте
анализлап,
тәнҡит
күҙлегенән
үткәрә
белергә
өйрәтеү
һәр
педагог
эшсәнлегенең нигеҙен тәшкил итә. Әгәр ҙә беҙ дәрестә уҡыусыға теоретик белемдәр
бирһәк,
кластан
тыш
саралар
ярҙамында
уҡыусылар
алған
белемде
ғәмәли
яҡтан
да
нығытабыҙ. Бында предмет аҙналығы, төрлө кисәләр, викториналар, конкурстар, газеталар
сығарыу һәм фәнни – эҙләнеү эштәре, презентациялар эшләү керә.
14
“Йондоҙ сәғәте”, КВН, викторина кеүек саралар үткәреү башҡорт теле һәм әҙәбиәте
дәрестәрен тағын да тәрән йөкмәткеле итеүгә булыша.
Газета сығарыу һәм эҙләнеү эше менән шөғөлләнгәндә, телде өйрәнеүгә ынтылған
һәм һәләте булған уҡыусы күп кенә өҫтәмә материалдар менән эш итә. Был ваҡытта ул
яңылыҡҡа булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә ала. Йыш ҡына уҡыусы күршеһенең ниҙер
эшләгәнен күреп, үҙе лә ҡыҙыҡһына һәм был эшкә тартыла
.
Дәрестәрҙә һәм кластан тыш сараларҙа уйын алымдарын ҡулланыу уҡыусыларҙа
башҡорт
телен
өйрәнеүгә
ҡыҙыҡһыныу
уятырға,
яңы
белем
һәм
күнекмәләр
формалаштырыуҙы һөҙөмтәлерәк итергә, һәр уҡыусыға индивидуаль яҡын килергә, ижади
һәләттәрен үҫтерергә ярҙам итә. Ул уҡыусыларҙың белем кимәлен күтәреп кенә ҡалмай,
телебеҙгә тәрән мөхәббәт тә тәрбиәләй. Уларҙа берҙәмлек, бер-береһенә ярҙам итеү теләге
тыуа.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә, кластан тыш сараларҙа дидактик
уйындарҙың һөйләү телмәрен үҫтереүгә йоғонтоһон, эффективлығын асыҡлаусы контроль
тикшереү
эштәре
үткәрәм.
Уҡыу
йылы
аҙағында
йәки
билдәле
теманы
үҙләштереү
кимәлен билдәләү өсөн, балаларҙың ҡайһы төркөмгә ҡарауын иҫәпкә алып төҙөлгән тестар
ҡулланам.
Перфокарталар,
таратма
материалдар,
таблицалар
менән
эшләйем.
Башҡарылған эштәрҙе тикшергәндән һуң, анализлағандан һуң диаграммалар төҙөйөм.
Был тикшереүҙәрҙең һөҙөмтәләре буйынса, уҡыусыларҙың белем кимәле, оҫталыҡ
күнекмәләре үҫте тип әйтергә була. Улар туған телдә иркенерәк аралаша. Үз фекерҙәрен
аңлайышлы, тулы, хатаһыҙ
һөйләмдәр менән белдерә ала. Монологик һәм диалогик
һөйләү телмәрендә, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нигеҙҙәрен үҙләштереүҙә
лә был үҫеш асыҡ сағыла.
Уҡыусыларымдың төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, фәнни–эҙләнеү эштәре
буйынса булған уңыштарынан сығып та уңай
һөҙөмтә яһарға була. Йыл һайын район
күләмендә олимпиадаларҙа, фәнни – эҙләнеү эштәре буйынса призлы урындар алабыҙ.
Быны
үҙемдең
һәм
уҡыусыларымдың
күп
һанлы
грамоталары,
Маҡтау
хаттары
ла
иҫбатлап тора.
Беҙ уҡыусыларым менән берлектә район китапханаһы менән дә бик әүҙем
хеҙмәттәшлек
итәбеҙ.
Төрлө
байрам
кисәләре,
йолалар
(Ҡарға
бутҡаһы,
Ҡар
һыуына
барыу),
конкурстар
үткәрәбеҙ.
Был
сараларҙың
ҡәҙерле
ҡунаҡтары
булып
ата-әсәләр,
әбейҙәр, өләсәйҙәр, уҡытыусылар тора. Уларҙың үҙ туған телдәрендә матур итеп, ҙур
яуаплылыҡ хисе менән сығыш яһаусы балаларға төбәлгән, шатланыу, ғорурланыу һәм
сикһеҙ яратыу менән һуғарылған ҡараштарын тойоу, ысын күңелдән әйтелгән рәхмәт
15
һүҙҙәрен ишетеү – ҙур бәхет, оло шатлыҡ. Уҡыусыларының уңыштары уҡытыусы өсөн һәр
ваҡыт
ҙур
стимул,
алдағы
эшсәнлегендә
дәртләндереүсе
сара
булып
тора.
Ыңғай
һөҙөмтәләрҙе күргәс, мин дәрестәрҙә дидактик уйындарҙы башҡа кластарҙа ла ҡуллана
башланым.
Был
уйындарҙан
тыш
эшлекле,
рольле
уйындарҙы
шулай
уҡ
актив
ҡулланылышҡа керетеүҙе күҙ уңында тотам.
Педагогик тәжрибәм менән төрлө кимәлдәге семинарҙарҙа, фәнни – ғәмәли
конференцияларҙа, методик берләшмә ултырыштарында уртаҡлашырға тырышам.
Йомғаҡлау
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә, кластан тыш сараларҙа дидактик уйындар
ҡулланып
эшләү бик мөһим, сөнки балаларҙың фонетик, лексик, грамматик белемдәрен
камиллаштырыуҙа, һөйләү телмәрен үҫтереүҙә, башҡорт теленә ҡарата мөхәббәт уятыуҙа,
әҙәпле, тәрбиәле булыуҙа дидактик уйындарҙың роле ҙур.
Башланғыс класс уҡыусыларына, уларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫтә тотоп, еңелерәк
күнегеүҙәр бирелә, юғары класта улар ҡыйынлаша
бара.
Балалар
уйын
ваҡытында
шатланырға,
эшләгән
эштәренән
риза,
ҡәнәғәт
ҡалырға
тейештәр.
Уйын
барышында
уҡыусыларҙың һәләттәрен үҫтереү өҫтөндә лә эшләргә кәрәк.
Беҙ ҡарап киткән эш алымдарының һәр ҡайһыһы бер-береһен тулыландыра, байыта,
ысын мәғәнәһендәге ижади шәхестең формалашыуына шарттар тыуҙыра. Әлеге эшсәнлек
төрҙәренең һәммәһендә бала үҙен ижади яҡтан күрһәтә алған икән, тимәк, беҙ ысын
мәғәнәһендә һәр яҡлап гармониялы үҫеш процессына аяҡ баҫҡан шәхес тәрбиәләйбеҙ
тигән һүҙ.
16
Уйын технологияһын ҡулланып эшләүҙең уңышлылығын түбәндәге факторҙар
билгеләй:
-
Эксперименталь тәжрибә эшенең һөҙөмтәләре;
-
Уҡыусыларҙың иҗади потенциалының үҫеше;
-
Уҡыусыларҙың актив тормош позицияһы
-
Уҡыусыларҙың уңыштарының юғары рейтингы.
Балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереүҙә, активлаштырыуҙа тағын да бик күп алымдар
ҡулланырға мөмкин. Һәр уҡытыусы үҙе һәм уҡыусылар өсөн отошлорағын һайлап алып
эшләй.
17
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1.
Эльконин Д. Б. Уйын психологияһы. – М.,1979.
2.
Селевко Г.К. Белем биреүҙә заман технологиялары. – М., 1998.
3.
Аслаев Т. Х., Исламғолова Ы. Ә. Уйнат, уйлат баланы. – Өфө, 1991.
4.
Баһауетдинова М. И., Баһауетдинова Н. М., Йәғәфәрова Г. Н. Интеллектуаль уйындар.
– Өфө: Китап, 2011.
5.
Ғәбитова З. М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
6.
Ғәләүетдинов И. Ғ. Уйнайыҡ, дуҫтар бергәләп. – Өфө, 1995.
7.
Зәйнуллина Г. Уйын-сәйәхәт. – Башҡортостан уҡытыусыһы, 2004, № 11.
8.
Ураҡсин З. Ғ. һ.б. Ҡыҙыҡлы грамматика. – Өфө, 1993.
9.
Ғәбитова З. М. Башҡорт теле уҡыу ҡулланмаһына өлгө программалар. – Өфө: Китап,
2015.
10.
Аҙнабаева Ф. Г. Уйындан – үҫешкә. Дидактик уйындар.Күргәҙмәле дидактик
ҡулланма. – Өфө, 2010.
18