Автор: Файзрахманова Светлана Ханифовна
Должность: учитель башкирского языка и литературы
Учебное заведение: МБОУ Гимназия № 1 с. Верхнеяркеево
Населённый пункт: РБ Илишевский район с. Верхнеяркеево
Наименование материала: методическая разработка
Тема: "Һан тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау"
Раздел: среднее образование
Фәйзрахманова С.Х.
Башҡортостан республикаһы Илеш районы муниципаль районы Үрге Йәркәй
ауылының 1-се гимназияһы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү
учреждениеһы
Һан тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау
(6 класс)
Тема.Һан тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау
Маҡсат:
а)
һандың
мәғәнәһе,
морфологик
билдәләре,
һөйләмдәге
вазифаһы,
башҡа һүҙ төркөмдәренән айырмаһын аңлатыу, алған белемдәрҙе системаға һалыу,
грамоталы
яҙырға
өйрәтеү,
һандарҙың
халыҡ
тормошондағы,
көнкүрешендәге
ролен билдәләү;
б) һандар донъяһына ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙың кеше тормошондағы ролен
асыҡлау, һау-сәләмәт, рухлы, иманлы балалар тәрбиәләү;
в) математик аң-зиһен күнекмәһен, математика дәресендә тупланған белемдәрҙе
ҡулланыу, фекерләү ҡеүәһен тәрбиәләү, балаларҙа һөйләү һәм яҙыу телмәрен
үҫтереү.
Йыһазландырыу:компьютер,
интерактив
таҡта,
Башҡортостан
тәбиғәтенә
арналған репродукцияларҙан слайдтар, индивидуаль эш өсөн карточкалар, тест
һорауҙары (вотум системаһы өсөн эшләнгән тест),“Башҡорт теленең фразеологик
һүҙлеге”.
Дәрес барышы
I.
Психологик инеш. (1 слайд)
II.
Өй эшен тикшереү.
– Өй эше итеп нимә бирелгәйне?
+ Һандар тураһында бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатларға.
+ Исемдәре һандар менән бирелгән йырҙарҙы йыр китаптарынан табырға, ата-
әсәләрҙән һорашып яҙып килергә ҡушылғайны.
-
Кем уҡый үҙенең яҙып килгән йырҙарын?
+ “Бер минут, бары тик бер минут”, “Алты егет”, “Бер егеткә күҙем төштө”,
“Беренсе
мөхәббәт”,
“Ете
ҡыҙ”,
“Өсөнсө
көн
тоташ
ҡар
яуа”,
“Ун
етелә
кеүекмен”, “Ике аҡҡош” һ.б.
-
Яҡшы, бик күп йырҙар тапҡанһығыҙ!
III.
Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу.
1
-
Бөгөн беҙ хәрефтәрһеҙ йәшәй алмаған кеүек, һандарһыҙ ҙа йәшәй алмайбыҙ.
Донъяла
ғәжәп нәмәләр һәм төшөнсәләр бик күп. Шулар араһында һан,
иҫәп-хисап төшөнсәһе әйтеп бөткөһөҙ мөһим урын тота.
-
Уҡыусылар, мәктәптә ниндәй фән һандар менән бәйләнгән әле?
-
Эйе,
математиканы
фәндәрҙең
батшаһы
тиҙәр.
Ябай
ғына
иҫәп-хисап
төшөнсәһе лә кешелек тормошонда төп урын алып тора.
-
Беҙ, уҡыусылар, көн дә
кибеткә барабыҙ. Иҫәп-хисапты белмәһәк әйбер
алалабыҙмы?
-
Юҡ, әлбиттә.
-
Иртән сәғәттәге һандарға ҡарап мәктәпкә китәбеҙ, 45 минутлыҡ дәресте
сәғәткә ҡарап уҡыйбыҙ. Шул тиклем һандар донъяһына тығыҙ бәйләнгәнбеҙ,
уларһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ.
IV.
Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
-
Дәрестә беҙ һандарҙы дөрөҫ ҡулланырға ғына түгел, дөрөҫ яҙа, дөрөҫ әйтә лә
белергә тейешбеҙ.
-
Бына
бөгөн
мин
һеҙҙең
һандарҙы
нисек
үҙләштереүегеҙҙе
тикшерергә
уйлайым.
-
Дәфтәрҙәрҙе асып датаны, теманы яҙып ҡуяйыҡ.
V.
Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.
1)
Уҡыусылар,
ә
хәҙер
ҡулдарығыҙҙы
йыр
тыңлағандағы
кеүек
тубыҡтарығыҙға ҡуйығыҙ ҙа бер тын алыуҙа, “етегән йондоҙҙо ете әйтһәң,
сауап була” тип, ете тапҡыр ҡабатлағыҙ. (2 слайд) Беҙгәөләсәйҙәр шулай
ҡабатларға ҡушалар ине.
-
Ә ни өсөн ҡабатлағандар?
-
Балаларҙың
һаулығын
ҡайғыртҡандар,
иркен
тын
алырға,
үпкәләрҙең
киңәйеүенә булышлыҡ иткән күнегеү булған.
-
Үпкәләрҙең киңәйеүе өсөн тағы нимәләр эшләргә өйрәткәндәр?
-
Ҡурайҙа уйнарға, оҙон көйлө халыҡ йырҙарын йырларға.
-
Ә ҡурайҙың тажы нисә?
-
Ете. (3 слайд)
-
Ете һаны менән бәйле нимәләр беләһегеҙ?
-
Ете ырыу, ете йәйғор төҫө, “Ете ҡыҙ” бейеүе, моңдоң ете өнө, аҙнаның ете
көнө, ете юл сатында, батырҙар ете диңгеҙ кискәндәр, ете ҡат үлсәү.
-
Шәжәрәне үткәндә башҡорт үҙенең нисә быуынын белергә тейеш тип үткән
инек?
-
Ете быуынын мотлаҡ белергә тейеш. (4 слайд)
-
Тағы ла, үлгән кешенең етеһен уҡытыу, сер ете йоҙаҡ менән бикләнгән,
еңелгәнде етегә бөкләп һалғандар.
2
-
Уҡыусылар, ете һаны менән бәйле тағы ла нимәләр беләһегеҙ? Кемдәр
әҙерләнеп килде?
-
“Етегән йондоҙ” легендаһын беләм. (5 слайд)
-
Африн, бик яҡшы. Тағы кемдәр әҙерләнеп килде?
-
Мин Фаҡиһа Туғыҙбаеваның “Ете көн” тигән шиғырын табып ятланым.
(6
слайд)
-
Телеңдән ҡыуан, афарин!
-
Уҡыусылар, ә ни өсөн ете һаны күп ҡулланыла?
-
Ете һаны хикмәтле, бигерәк тә, башҡорт халҡы өсөн тылсымлы һан ул.
-
Күренекле яҙыусы, ғалим, тәнҡитсе, академик Ғайса Хөсәйеновтың “Ете”
исемле парсаһы менән таныштырып китәйем әле һеҙҙе. (7 слайд)
2) Ә хәҙер “Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге”нән ете һаны менән
башланған
фразеологик
берәмектәр
табығыҙ.
Үҙегеҙгә
оҡшаған
ете
фразеологизмды
дәфтәрҙәрегеҙгә
яҙып
ҡуйығыҙ,
мәғәнәләрен
аңлатырға
өйрәнегеҙ.
-
Һеҙ миҫалдар тапҡансы, ике уҡыусы таҡтаға
сығып карточкалар менән
эшләй.
-
1-се уҡыусы. Түбәндәге һандарҙың төркөмсәләрен билдәләргә.
(Етмеш, икенсе, туғыҙлаған, алтмышлы, меңәр, дүртәү, туғыҙ самаһы, биш-
алты, өс бөтөн ундан дүрт, мең, етмешенсе).
2-се уҡыусы. Цифрҙар менән бирелгән һандарҙы һүҙ менән яҙырға.
(Ер йөҙөндә 8 500 төрлө ҡош иҫәпләнә.
Иң
оҙон
ғүмерле
ҡоштар
–
ҡоҙғондар,
улар
140
йәшкә
тиклем
йәшәй.
Бөркөттәр 80 йыл ғүмер кисерә.
Иң бәләкәй ҡош – колибри. Уның ауырлығы – 2 грамм, ә йөрәге минутына
1000 тапҡыр тибә).
Ә 3-сө уҡыусы интерактив таҡтала бирелгән күнегеүҙе эшләй. Бирелгән
һандарҙың синонимик варианттарын табырға.
(10 көн, 3 ай, 2, 400 грамм, 7 көн, 30 көн, 100 кв. метр)
-
Миҫалдарығыҙ әҙерме?
Уҡығыҙ, мәғәнәһен аңлатығыҙ. (Һәр бер уҡыусы
бер фразеологик берәмек уҡый).
-
Бына
һеҙ,
уҡыусылар,
беҙҙең
башҡорт
теле
ниндәй
матур,
бай,
тәрән
мәғәнәгә
эйә
икәнен
күрҙегеҙ.
Аҡһаҡалдар,
ағинәйҙәр
телмәрҙәрендә
фразеологик берәмектәр ҡулланып һөйләшкәндәр һәм балаларын да шулай
тәрбиәләгәндәр. Һеҙ ҙә телмәрегеҙҙә, иншалар яҙғанда ҡулланаһығыҙ икән,
был һеҙҙең тел байлығын күрһәтеп торасаҡ.
-
Таҡталағы эштәрҙе тикшереп алайыҡ. (Молодец, яҡшы)
-
Балалар, ә һан ҡулланылған мәҡәлдәр беләһегеҙме?
-
Ә хәҙер бирелгән мәҡәлдәргә кәрәкле һүҙҙәр өҫтәп, дәфтәрҙәрегеҙгә күсереп
яҙығыҙ. Унан бергәләп тикшерербеҙ.
3
(8 слайд)
Ил өҫтөндә … дуҫың булһын.
Егәрленең ҡулы … .
… тиренән тун булмай.
3) Ғәмәли эштәр.
- Дәреслектең 98 битендәге 164-се күнегеүҙе табығыҙ. Иң тәүҙә тасуири
итеп уҡып сығайыҡ (бер нисә уҡыусы тасуири уҡый).
-
Башҡортостанда нисә район һәм нисә ҡала бар?
-
Рәсәйҙә иң оҙон йылға … Лена, ә Башҡортостанда? Ағиҙел.
(9 слайд)
-
Иң ҙур күл? Асылыкүл. (10 слайд)
-
Иң тәрән күл? Ҡандракүл. (11 слайд)
-
Һандарҙы күсерегеҙ, төрҙәрен билдәләгеҙ. 1-се рәт – беренсе абзац, 2-се рәт
– икенсе, 3-сө рәт – өсөнсө, дүртенсе абзацтар менән эшләй. Һәр бер кеше үҙ
аллы эшләй, унан тикшерербеҙ.
4) Вотум системаһын ҡулланып тест үткәреү.
- Һәр берегеҙ үҙенең пульты ярҙамында тест һорауҙарына яуап бирә (бөтә
уҡыусы ла алдан теркәлеп ҡуйған) Берәй һорау аңлашылмаһа, үҙегеҙҙең
пульт аша миңә белдерә алаһығыҙ.
-
Хәҙер, уҡыусылар, һөҙөмтәләрегеҙҙе ҡарайыҡ.
-
Яҡшы, шулай эшләрһегеҙ тип уйлағайным да.
-
Баһаларығыҙҙы электрон журналға ебәрәйек.
VI.
Рефлексив анализ. (13 слайд)
-
Һандарһыҙ тормошто күҙ алдына ла
килтереп булмай. Аҡсалар ҙа юҡҡа
ғына һан менән билдәләнмәгән бит. Улар алдаштыра, күҙҙе ҡамаштыра, һис
ҡасан етмәй, әммә донъя унан ғына тормай.
Донъяла тағы ла әҙәбиәт һәм сәнғәт донъяһы, туған тел донъяһы, йыр
һәм көй донъяһы бар. Улар беҙҙең күңелебеҙҙе матурлыҡ менән тултыра,
йөрәктәребеҙгә изгелек һәм мәрхәмәтлек орлоғо сәсә.
Һандарһыҙ йәшәй
алмаған кеүек, ошо мөғжизәләрҙән дә башҡа йәшәй алмайбыҙ. Уларҙы үҙ-
ара килештереп йәшәгәндә генә донъябыҙ камил булыр.
Бары шуны теләйек: кеше үҙе уйлап тапҡан һандар беҙгә хеҙмәт итһен, ә
беҙ улар йоғонтоһона бирелмәйек.
VII.
Өй
эше:
“Яңы
йылдан
ете
мөғжизә
көтәм”
темаһына
үҙегеҙҙең
ете
теләгегеҙҙе
яҙып
килергә.
Хикәйә,
әкиәт,
шиғыр,
Ҡыш
бабайға
хат
формаһында яҙһағыҙ бигерәк тә яҡшы булыр.
(14 слайд)
VIII.
Баһалау.
4
-
Дәрестә әүҙем ҡатнашып, матур яуаптар бирҙегеҙ. Бөтәгеҙгә лә рәхмәт!
(баһалар ҡуйыу).
5