Напоминание

Йыһат Солтанов “Ҡәнәфер сәскәһе” әҫәренә анализ


Автор: Тагирова Зульфира Равиловна
Должность: Учитель башкирского языка и литературы
Учебное заведение: МОАУ "СОШ д. Юмагужино"
Населённый пункт: Башкортостан
Наименование материала: методическая разработка
Тема: Йыһат Солтанов “Ҡәнәфер сәскәһе” әҫәренә анализ
Раздел: среднее образование





Назад




Йыһат Солтановтың “Ҡәнәфер сәскәһе” әҫәренә анализ

(VI класс)

З.Р. Таһирова,

Йылайыр районы Йомағужа мәктәбе уҡытыусыһы

Маҡсат:

Йыһат Солтановтың “Ҡәнәфер сәскәһе” әҫәренең идея- тематик йөкмәткеһен үҙләштереү; әҫәр тураһында фекерҙәрен,

образдарға мөнәсәбәттәрен асыҡлау; тасури телмәр күнекмәләрен үҫтереү; уҡыусыларҙа бер- береһенә ҡарата йылы

мѳнәсәбәт, иғтибарлыҡ, ярҙамсыллыҡ , изгелек тәрбиәләү.

Бурыстар: үҙләштергән әҫәрҙән сығып, һығымта, йомғаҡлау яһарға, үҙ-ара хеҙмәттәшлек итергә өйрәтеү, һөҙөмтәне һәм

белемде тормошта ҡуллана алыу кимәлен күҙаллау; фекер ҡеүәһен камиллаштырыу; күркәм телмәр үҫтереү; әсәгә

һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү;

Дәрес төрө: уҡылған әҫәрҙе анализлау

Планлаштырылған һөҙөмтәләр.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге

Шәхескә йүнәлтелгән: яңыны белеү, белгәндәрҙе системаға һалыу, тормошҡа ашырыу теләге уятыу;

Регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрестең темаһын асыҡлау, маҡсатты билдәләргә өйрәнеү, бурыстарҙы билдәләү,

булған белемдәрҙе барлау, баһалау;

Танып белеү: уҡылған әҫәрҙе тормош менән бәйләү, белгәндәрҙе тәжрибәлә ҡулланырға өйрәнеү, төркөмдә эшләү;

Коммуникатив: һорауҙарға яуаптар эҙләү, башҡа уҡыусыларҙы теләк менән тыңларға өйрәнеү;

Йыһазландырыу: компьютер, проектор, таҡта, карточкалар, дәреслек.

Дәрес барышы.

I. Эшмәкәрлеккә әҙерлек. Ыңғай мотивация булдырыу.

Сәләмләйем һауаны,

Именлек булһын өсөн!

Сәләмләйем Ер-әсәне,

Беҙҙе туйҙырған өсөн!

Сәләмләйем дуҫымды,

Гел дуҫлыҡ булһын өсөн!

Яйлап ултырам хәҙер,

Дәрес тыңларға әҙер!

– Хәҙер һеҙ ошо ҡумта эсендә талантлы, матур, зирәк, шәп уҡыусының йөҙөн күрерһегеҙ! ( Ҡумтала көҙгө, уҡыусылар

көҙгөлә үҙен күрә, һәр уҡыусы янына барғанда яңынан-яңы матур һүҙҙәр ҡулланырға: яҡшы билдәләргә уҡыған,

аҡыллы, тырыш, әүҙем, сая, уңған, өлгөр, ярҙамсыл, хәстәрлекле, изге күңелле). – Әйҙәгеҙ шул шәп уҡыусы менән

дәресебеҙҙе күңелле генә итеп башлап ебәрәйек! – Һеҙ әҙерме?

II. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

–Уҡыусылар, минең ҡулымда нимә күрәһегеҙ? (Ҡәнәфер сәскәһе)

Эйе, дөрөҫ, афарин.

Был сәскә нисек атала? (яуаптар)

Ҡәнәфер сәскәһе төрлө төҫтә була, слайдҡа иғтибар итәйек әле!

1-се СЛАЙД

Ҡәнәфергә бәйле ниндәй әҫәр уҡынығыҙ әле һеҙ?

Бөгөнгө дәрестә лә беҙ “Ҡәнәфер сәскәһе” хикәйәһен өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ.

III. Уҡыу мәсьәләһен сисеү. Белемдәрҙе актуалләштереү.

Әҫәрҙә һүҙ нимә тураһында бара?

Ғаилә лә нисә бала тәрбиәләнә?

Геройҙарҙың исемдәренә иғтибар итәйек. Ниндәй матур боронғо башҡорт исемдәре! Һеҙҙең туғандарығыҙ

араһында юҡмы шундай исемдәр?

Ә мин һеҙҙең исемдәрегеҙгә иғтибар иттем. Бик матур һәм мәғәнәле исемдәр ҡушҡандар һеҙгә!

Һүрәтләнгән ваҡиғалар ниндәй миҙгелдә бара?

Фәриҙә ниндәй көндө түҙемһеҙләнеп көтә?

Әсәйҙәр байрамында һеҙ ҡәҙерлеләрегеҙҙе ҡотларға яратаһығыҙмы? Ә ниндәй матур һүҙҙәр әйтәһегеҙ? Әсәйҙәрҙе

байрамда ғына түгел, ә көн һайын яғымлы һүҙҙәр менән шатландырып торорға кәрәк. Ҡайтҡас әсәйегеҙҙе

ҡосаҡлап, наҙлы һүҙҙәр әйтеп ҡанатландырығыҙ, улар шул тиклем ҡыуанып китәсәк!

Әсәйҙәр тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? (Әсәһен ҡәҙерләгән ҡәҙерле булыр. Бала шатлығы– әсә шатлығы

Әсәй– ул һүнмәҫ ҡояш). –Күңелегеҙгә оҡшаған бер мәҡәлде дәфтәргә яҙып ҡуяйығыҙ.

Предмет- ара бәйләнеш.

2- се СЛАЙД. Әсәйҙәр тураһында рәссамдар бик күп картиналар яҙғандар, ә скульпторҙар һәйкәл һынландырған.

Бер нисәүһен ҡарап үтәйек.

IV. Ял итеү ( “Әсәйем” йыры аҫтында талғын хәрәкәттәр эшләү)

V. Белемде нығытыу.

– Мәктәптән ҡайтҡас Фәриҙә ниндәй эштәр башҡара? –Ә һеҙ өйҙә ата- әсәйгә нисек ярҙам итәһегеҙ?

1.

Таҡтала эш

Был хикәйәлә ғаилә ағзалары һәр береһе ниндәйҙә булһа изгелек эшләй. Һеҙгә уларҙың изгелектәрен тап

килтерергә кәрәк.

Фәриҙә Ауырыуҙарҙы дауалай

Әсәһе Хәтирә Колхоз баҫыуҙарына трактор уйлап сығарырға теләй

Атаһы Мөбәрәк Фронтта алты улы үлеп ҡалған Сәрби инәйгә ярҙам итә

Ағаһы Байтал Әсәһенә өй эштәрендә ярҙам итә, редикулен тегә

Апаһы Мәйсәрә Етем балалар йортона ярҙам итә

2.

Рәт буйынса эш.

Уҡыусылар, һеҙгә әҫәргә ярашлы һүрәттәр тәҡдим итәм. Әммә һүрәттә хаталар киткән. Әйҙәгеҙ беҙ хатаны төҙәтәйек.

1-се рәт. Был һүрәттә Фәриҙәнең әсәһе. Ниндәй хата киткән? (Әсәһе ашнаҡсы итеп төшөрөлгән, ә ул врач.)

2-се рәт. Бында Фәриҙәнең атаһы. (Мотоцикл уйлап тапҡан, ысынында трактор уйлап табырға тырыша)

3-сө рәт. Был һүрәттә Фәриҙә кемде йыуата? Һүрәттә ниндәй хата таптығыҙ? (Малайҙы. Ә Фәриҙә Әсмәбикәне йыуата)

3.

Дәреслек өҫтөндә эш.

Дәреслектән икенсе абзацты табығыҙ. Унда фәриҙәгә ҡылыҡһырлама өсөнсө зат менән бирелгән. Һеҙ шуны беренсе

затҡа ҡуйып уҡығыҙ. Беренсе һөйләмде кем уҡырға теләй?

Ошо өҙөктән сағыштырыуҙар табайыҡ. (Муйылдай, Айҙай, мәк орлоғондай)

Композицияһы буйынса әҫәрҙе нисә өлөшкә бүлеп була?

1.

Фәриҙәләр ғаиләһендәге тормош

2.

Ҡыҙыҡайҙың бүләк алырға сығыуы

3.

Әсмәбикәгә ярҙамы

4.

Фәриҙәнең бүләге

5.

Төркөм менән эш. Сәхнәләштереү

Һеҙ әҫәрҙе уҡынығыҙ, ҡайһы өлөшө оҡшаны, шул өлөштө сәхнәләштерегеҙ.

6.

Дуҫым уҡый, мин һөйләйем алымы.

Уҡыусы әсәйҙең һүҙҙәрен уҡый. Икенсе бала иптәшенең уҡығанына комментраий бирә.

VI. Өй эше.

1.

Әсәй тураһында шиғыр яҙырға.

2.

Төп герой Фәриҙәгә хат.

3.

Оҡшаған өҙөк буйынса һүрәт төшөрөргә.

VII. Дәресте йомғаҡлау. Эшмәкәрлеккә рефлексия.

Автор беҙгә нимә әйтергә теләй? (ярҙамсыл, изгелекле, татыу, иғтибарлы булырға. Ололарҙы тыңларға, хөрмәт

итергә.

Ни өсөн Фәриҙә фәҡәт ҡәнәфер сәскәһе бүләк итергә уйланы икән? (сөнки әсәһе шул сәскәне ярата)

Әҫәрҙең авторы кем булды әле? (Йыһат Солтанов)

Портреты бирелмәгән. Һеҙ уны нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? Йәшме икән, оломо икән ул?

Таҡтаға ҡарайыҡ әле, уҡыусылар!

(Йыһат Солтанов менән видеояҙма. Ул уҡыусыларға матур теләктәрен әйтә)

Бөгөнгө дәрестең иҫтәлеге итеп ошо көршәккә ҡәнәфер орлоғо ултыртайыҡ.(Ҡәнәфер орлоғо сәсеү)

VII. Баһалар ҡуйыу.



В раздел образования